[1] Ҡәҙерлеләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы тап төшөүҙән сафландырайыҡ.
[2] Йөрәгегеҙҙә беҙгә урын бирегеҙ. Беҙ бер кемде лә рәнйетмәнек, бер кемгә лә зыян эшләмәнек, алдап, бер кемдән дә файҙа эҙләмәнек.
[3] Быны мин һеҙҙе хөкөм итеп әйтмәйем: элек әйткәнемсә, һеҙ бит беҙҙең йөрәгебеҙҙә. Үлемдә лә, тормошта ла беҙҙе бер нәмә лә һеҙҙән айыра алмай.
[4] Мин һеҙҙең менән асыҡтан-асыҡ һөйләшәм, һеҙгә ныҡ ышанам, һеҙҙең менән бик ғорурланам. Күңелем йыуаныс менән тулы, һәр төрлө ҡайғы-хәсрәттәребеҙгә ҡарамаҫтан, ҡыуанысым сикһеҙ ҙур.
[5] Беҙ бит хатта Македонияға килгән саҡта ла бер ниндәй йән тыныслығы тапманыҡ. Киреһенсә, төрлө яҡлап – тыштан ыҙғыш-талаш, эстән – шом-хәүеф ҡыҫымында ҡалдыҡ.
[6] Әммә, Титтың килеүе менән, рухтары төшкәндәргә ярҙам итеүсе Алла беҙҙең дә күңелдәребеҙҙе күтәрҙе.
[7] Беҙҙе уның килеүе генә түгел, ә уның күңелен күтәреүегеҙ ҙә йыуатты. Ул мине һағыныуығыҙ, булып үткән хәлдәргә үкенеүегеҙ, мине яҡларға атлығып тороуығыҙ тураһында һөйләп, тағы ла нығыраҡ ҡыуандырҙы.
[8] Шул хатым менән һеҙҙе көйөндөргәнемә үкенмәйем. Тәүҙә иһә, хатымдың һеҙҙе ваҡытлыса ғына булһа ла көйөндөргәнен күреп, үкенгәйнем,
[9] хәҙер иһә ҡыуанам – күңелегеҙ төшкәнгә түгел, ә көйөнөүегеҙҙең һеҙҙе тәүбәгә килтереүенә ҡыуанам; һеҙ Алла ихтыяры менән көйөндөгөҙ, шулай булғас, беҙ һеҙгә бер ниндәй ҙә зыян килтермәнек.
[10] Алла ихтыяры менән көйөнөү бер ҡасан да үкенмәй торған ҡотолоуға илтеүсе тәүбәгә килтерә, быға үкенергә кәрәкмәй; ә был донъя килтергән көйөнөү иһә үлемгә илтә.
[11] Алла ихтыяры менән һеҙ кисергән көйөнөстөң ниндәй тойғолар уятыуын ҡарағыҙ: хаталарҙы төҙәтергә ынтылыш, аҡланыу теләге, булып уҙғандарға ҡарата асыу, ҡурҡыу эҙемтәләре, мине һағыныу, тәүәккәллек һәм ғәйеплегә яза биреү теләге. Был эштә һеҙ һәр яҡтан да үҙегеҙҙең саф булыуығыҙҙы күрһәттегеҙ.
[12] Шулай итеп, мин һеҙгә рәнйетеүсе хаҡына ла түгел, рәнйетелгән өсөн дә түгел, ә Алла алдында беҙҙең өсөн тоғролоғоғоҙҙоң ни тиклем ихлас икәнен күрһәтеү өсөн яҙҙым.
[13] Шуның өсөн күңелдәребеҙ күтәрелде. Ә инде Титтың шатлығына тағы ла нығыраҡ ҡыуандыҡ: һеҙ бөтөнөгөҙ ҙә уның рухын тынысландырғанһығыҙ бит.
[14] Шулай итеп, уның алдында һеҙҙе күпмелер маҡтағанмын икән, мин оятҡа ҡалманым. Киреһенсә, беҙ һеҙгә һөйләгән бөтә нәмә дөрөҫ булған кеүек, Тит алдында маҡтаныуыбыҙ ҙа дөрөҫ булып сыҡты.
[15] Уны нисек ихтирам һәм тәрән хөрмәт менән ҡабул итеүегеҙҙе, барығыҙҙың да итәғәтлелеген иҫтә тотоп, уның йөрәге һеҙгә тағы ла нығыраҡ ынтыла.
[16] Һәр нәмәлә һеҙгә таяна алыуым өсөн ҡыуанам.