Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 3:40

[1] Шунан һуң Алла Йортонан ете фәрештәгә: – Барығыҙ һәм Алланың ете нәфрәт кәсәһен ергә түгегеҙ, – тип өндәшкән көслө тауыш ишеттем.

[2] Беренсе фәрештә барҙы ла кәсәһен ер өҫтөнә түкте. Януар тамғаһы һалынған һәм уның һынына табынған кешеләрҙә ерәнгес һәм яман эренле йәрәхәттәр хасил булды.

[3] Икенсе фәрештә кәсәһен диңгеҙгә түкте: диңгеҙ һыуы үлек ҡаны кеүек булды һәм диңгеҙҙәге бөтөн тереклек һәләк булды.

[4] Өсөнсө фәрештә кәсәһен йылғаларға һәм һыу сығанаҡтарына түкте: уларҙың һыуы ҡанға әйләнде.

[5] Мин һыу фәрештәһенең былай тип әйткәнен ишеттем: – Бар, Булған һәм Изге, шулай хөкөм итеүең менән Һин ғәҙел.

[6] Изгеләрҙең һәм пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанын ҡойғандары өсөн, Һин уларҙың үҙҙәренә ҡан эсерҙең. Улар быға лайыҡлы.

[7] Мин ҡорбан килтереү урыны яғынан тауыш ишеттем: – Эйе, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла, Һинең хөкөмдәрең хаҡ һәм ғәҙел.

[8] Дүртенсе фәрештә кәсәһен ҡояш өҫтөнә түкте: ҡояшҡа кешеләрҙе көйҙөрөү көсө бирелде.

[9] Кешеләрҙе көслө селлә эҫелеге көйҙөрҙө һәм улар был бәлә-ҡазалар өҫтөнән хакимлығы булған Алла исемен хурланылар, әммә тәүбә итмәнеләр, Алланы данламанылар.

[10] Бишенсе фәрештә кәсәһен януар тәхете өҫтөнә түкте: уның батшалығы ҡараңғылыҡҡа сумды, кешеләр ғазаптарҙан телдәрен тешләне,

[11] ғазаптарынан һәм йәрәхәттәренән күк Аллаһын хурланылар, әммә ҡылған эштәренән тәүбә итмәнеләр.

[12] Алтынсы фәрештә кәсәһен бөйөк Ефрат йылғаһына түкте: уның һыуы ҡояш ҡалҡҡан яҡтан киләсәк батшаларға юл әҙер булһын өсөн кипте.

[13] Мин аждаһаның да, януарҙың да, ялған пәйғәмбәрҙең дә ауыҙынан баҡаға оҡшаған өс шаҡшы рух сығыуын күрҙем.

[14] Улар – мөғжизәләр күрһәтеүсе шаҡшы рухтар. Улар бөтөн донъя батшаларын сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә һуғышҡа йыйыр өсөн сыҡты.

[15] «Бына ҡараҡ кеүек көтмәгәндә киләм: яланғас йөрөмәҫ һәм хурлығы күренмәһен өсөн уяу торған һәм кейемдәрен тәртиптә тотҡан кеше бәхетле!»

[16] Шаҡшы рухтар батшаларҙы йәһүд телендә «Армагеддон» тип аталған урынға йыйҙы.

[17] Етенсе фәрештә кәсәһен һауаға түкте: Алла Йортонан, тәхеттән: – Тамамланды! – тигән көслө тауыш яңғыраны.

[18] Йәшен йәшнәне, тауыштар, күк күкрәүе ишетелде, көслө итеп ер тетрәй башланы, кешеләр ерҙә йәшәй башлағандан алып ундай көслө ер тетрәү булмағайны әле. Шул тиклем көслө ер тетрәү!

[19] Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Вавилон ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт кәсәһенән шарап эсергә бирҙе.

[20] Һәр утрау юҡҡа сыҡты, тауҙар юҡ булды,

[21] күктән кешеләр өҫтөнә ҙур-ҙур боҙ киҫәктәре яуҙы. Кешеләр был бәлә-ҡаза өсөн Алланы хурланы, сөнки ул ифрат ауыр ине.

Асылыш — Chapters