[1] Аждаһа диңгеҙ ярындағы ҡомлоҡҡа килеп баҫты. Шунда мин диңгеҙҙән сығып килеүсе януарҙы күрҙем. Уның ете башы һәм ун мөгөҙө булып, мөгөҙҙәрендә ун таж бар ине; баштарында иһә Алланы хурлаусы исемдәр яҙылғайны.
[2] Мин күргән януар ҡапланға оҡшағайны, уның аяҡтары – айыуҙыҡы һымаҡ, ауыҙы арыҫландыҡы кеүек ине. Аждаһа уға үҙенең көсөн, тәхетен һәм ҙур хакимлығын бирҙе.
[3] Мин был януарҙың баштарының береһе үлемесле дәрәжәлә яраланғанын күрҙем, әммә был яра уңалды. Бөтөн ер, ғәжәпкә ҡалып, уның артынан китте һәм, януарға хакимлығын биргән өсөн, аждаһаға баш эйҙе.
[4] Шулай уҡ: – Кем януар кеүек була алһын? Кем уның менән алыша алһын? – тип януарға ла баш эйҙеләр.
[5] Януарға тәкәббер һөйләшергә һәм Алланы хурлаған һүҙҙәр әйтергә хоҡуҡ ҡуйылды. Уға ҡырҡ ике ай буйы хакимлыҡ итергә мөмкинлек бирелде.
[6] Ул Алланы хурлаған һүҙҙәр һөйләй башланы, Уның исемен дә, Ул йәшәгән торлаҡты ла, күктә йәшәүселәрҙе лә хурлаған һүҙҙәр әйтте.
[7] Януарға Алланың изге кешеләренә ҡаршы һуғышырға һәм уларҙы еңергә рөхсәт бирелде. Уға һәр нәҫел һәм халыҡ, һәр тел һәм милләт өҫтөнән хакимлыҡ бирелде.
[8] Салынған Бәрәстең Тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.
[9] Ҡолаҡтары барҙар – ишетһен!
[10] Кемгә әсир төшөргә яҙған, ул әсир төшөр. Кемгә үлемен ҡылыста табырға яҙған, ул ҡылыстан үлер. Бында изгеләрҙән сыҙамлыҡ һәм иман талап ителә.
[11] Аҙаҡ мин ерҙән сығыусы икенсе януарҙы күрҙем. Уның бәрәстеке һымаҡ ике мөгөҙө бар ине һәм ул аждаһа кеүек һөйләй ине.
[12] Ул беренсе януар исеменән уның бар хакимлығында эш итте. Бөтөн ерҙе һәм унда йәшәүселәрҙе үлемесле яраһы уңалған беренсе януарға табынырға мәжбүр итте.
[13] Был януар бөйөк мөғжизәләр башҡарҙы, хатта кешеләр алдында күктән ергә ут яуҙырҙы.
[14] Ул беренсе януар исеменән ҡылырға бирелгән мөғжизәләр менән ерҙә йәшәүселәрҙе алдаштырып, уларға ҡылыстан яраланған, әммә тере ҡалған януар һынын яһарға ҡушты.
[15] Беренсе януарҙың һыны хатта һөйләй алһын һәм уға табынмаған һәр кем үлемгә дусар ителһен өсөн, икенсе януарға ошо һынға йән индерергә рөхсәт ителде.
[16] Икенсе януар барыһының да: ябай халыҡтың һәм бөйөктәрҙең, байҙарҙың һәм фәҡирҙәрҙең, иреклеләрҙең һәм ҡолдарҙың уң ҡулдарына йәки маңлайҙарына тамға һалдырҙы.
[17] Ошо тамғаһы, йәғни януар исеме, йәки исеменең һаны булмаған бер кем дә бер нәмә лә һатып та ала алманы, һата ла алманы.
[18] Бында зирәклек кәрәк. Аҡылы булған кеше януарҙың һанын иҫәпләп сығарһын, сөнки ул – кеше һаны. Был һан – алты йөҙ алтмыш алты.