Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 4:10

[1] Миңә үлсәү таяғы һымаҡ ҡамыш бирелде һәм былай тип әйтелде: – Бар ҙа Алла Йортон һәм ҡорбан килтереү урынын үлсә, ундағы табыныусыларҙы һанап сыҡ.

[2] Әммә Алла Йортоноң тышҡы ихатаһын хисапҡа индермә һәм үлсәмә, сөнки ул мәжүсиҙәргә бирелгән. Улар изге ҡаланың урамдарын ҡырҡ ике ай буйы тапап йөрөрҙәр.

[3] Мин Үҙемдең ике шаһитыма шундай вәкәләт бирермен: улар, матәм кейемдәре кейеп, бер мең ике йөҙ алтмыш көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр.

[4] Был шаһиттар – бөтөн ер Хужаһы алдында торған ике зәйтүн ағасы һәм ике яҡтыртҡыс.

[5] Кем булһа ла уларға яуызлыҡ ҡылырға ниәтләһә, ауыҙҙарынан ут сығып, дошмандарын йотор. Уларға зыян килтерергә ниәтләгән һәр кеше шулай һәләк булырға тейеш.

[6] Уларҙың, пәйғәмбәрлек иткән ваҡытта ергә ямғыр яумаһын тип, күкте ҡаплап ҡуйырға вәкәләттәре бар. Һыуҙы ҡанға әйләндерергә лә, үҙҙәре теләгән ваҡытта ергә һәр төрлө бәлә-ҡазалар ебәреп зыян килтерергә лә вәкәләттәре бар.

[7] Шаһитлыҡ итеүҙәрен тамамлағас, упҡындан януар күтәрелеп сығып, улар менән алышыр, уларҙы еңер һәм үлтерер.

[8] Был ике шаһиттың кәүҙәһе исеме кинәйәләп аталған Содом һәм Мысыр тип аталған бөйөк ҡала урамдарында ятыр. Уларҙың Раббыһы шунда арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған булған да инде.

[9] Был мәйеттәргә өс көн ярым буйы төрлө халыҡтарҙан, нәҫелдәрҙән, телдәрҙән һәм милләттәрҙән булған кешеләр ҡараясаҡ. Ул мәйеттәрҙе ҡәбергә һалырға рөхсәт итмәҫтәр.

[10] Был ике пәйғәмбәр ерҙә йәшәүселәрҙе ыҙалатҡанлыҡтан, ерҙә йәшәүселәр уларҙың һәләкәтенә шатланасаҡ, күңел асасаҡтар һәм бер-береһенә бүләктәр ебәрәсәк.

[11] Әммә өс көн ярымдан һуң уларға Алланан йәшәү рухы инде һәм улар аяҡтарына баҫты. Уларҙы күргәндәрҙе оло ҡурҡыу алды.

[12] Шаһиттар күктән көслө тауыштың: – Бында күтәрелегеҙ, – тип әйтеүен ишеттеләр. Улар болотта күккә күтәрелде, ә дошмандары уларға ҡарап торҙо.

[13] Шул уҡ мәлдә бик көслө итеп ер тетрәне, ҡаланың ундан бер өлөшө емерелде, ер тетрәүҙән ете мең кеше үлде, ә ҡалғандары бик ныҡ ҡурҡып, күктәр Аллаһын данланы.

[14] Икенсе ҡайғы үтте, тиҙҙән өсөнсөһө килер.

[15] Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.

[16] Шунда үҙ тәхеттәрендә Алла алдында ултырған егерме дүрт аҡһаҡал, йөҙтүбән ҡапланып, Аллаға табынды һәм

[17] былай тине: – Бар, Булған, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла, Һиңә шөкөр итәбеҙ, сөнки Һин Үҙеңдең бөйөк ҡөҙрәтеңде ғәмәлгә ашырҙың һәм батшалыҡ итә башланың.

[18] Халыҡтар ярһыны. Әммә Һинең нәфрәт көнөң килде һәм үлеләрҙе хөкөм итеү ваҡыты етте. Ҡолдарыңа – пәйғәмбәрҙәреңә, изге кешеләреңә һәм исемеңдән ҡурҡыусы кесеһенән алып өлкәндәренә тиклем әжер биреү, ерҙе һәләк итеүселәрҙең үҙҙәрен һәләк итеү ваҡыты етте.

[19] Шунан һуң күктә Алла Йорто асылды һәм унда килешеү һандығы күренде. Шул мәл йәшен йәшнәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, күк күкрәне, ер тетрәне һәм бик көслө боҙлауыҡ яуҙы.

Асылыш — Chapters