Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 3:19

[1] Күктә бөйөк илаһи билдә күренде: был – ҡояшҡа төрөнгән ҡатын ине. Уның аяҡтары аҫтында – ай, башында – ун ике йондоҙҙан үрелгән таж.

[2] Ҡатын ғоманлы булып, бала тыуҙырыу ғазаптарынан һәм һыҙланыуҙан ҡысҡыра ине.

[3] Күктә тағы бер илаһи билдә күренде: был ете башлы һәм ун мөгөҙлө ҡыҙыл төҫтәге ҙур аждаһа ине, башының һәр береһендә – бәләкәй генә таж.

[4] Ҡойроғо менән күктәге йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшөн ергә һепереп алып ташланы. Шунан һуң, сабый тыуғас та уны ашар өсөн, балаһын бына-бына тыуҙырасаҡ ҡатын янына килеп баҫты.

[5] Ҡатын бөтөн халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итергә тейешле ир бала тыуҙырҙы. Баланы тартып алып Аллаға һәм Уның тәхете янына алып киттеләр.

[6] Ә ҡатын сүллеккә ҡасып йәшеренде. Унда Алла тарафынан урын әҙерләнеп ҡуйылғайны һәм уға мең ике йөҙ алтмыш көн буйы хәстәрлек күрһәтергә тейеш инеләр.

[7] Күктә һуғыш башланды: Михаил үҙенең фәрештәләре менән аждаһаға ҡаршы һуғышты. Аждаһа иһә үҙенең яуыз фәрештәләре менән уларға ҡаршы торҙо.

[8] Әммә ул еңелде һәм фәрештәләре менән бергә үҙенең күктәге урынын юғалтты.

[9] Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтөн донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.

[10] Шунан һуң мин күктән килгән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Бына Аллабыҙҙың ҡотҡарыуы, ҡөҙрәте, батшалығы һәм Уның Мәсихенең хакимлығы урынлашты, сөнки көнө-төнө Аллабыҙ алдында имандаштарыбыҙҙы ғәйепләүсе бәреп төшөрөлдө.

[11] Имандаштарыбыҙ уны Бәрәс ҡаны һәм Уның хаҡындағы шаһитлыҡ һүҙҙәре менән еңде, хатта үлемдән дә ҡурҡмайынса, үҙҙәренең йәндәрен аяманы.

[12] Шуға күрә, күктәр һәм унда йәшәүселәр, ҡыуанығыҙ! Әммә ергә һәм диңгеҙгә ҡайғы, сөнки Иблис, ваҡытының аҙ ҡалыуын белеп, асыуҙан ярһып янығыҙға төштө.

[13] Аждаһа, үҙенең ергә бәреп төшөрөлгәнен күргәс, ир бала тапҡан ҡатынды ҡыуа башланы.

[14] Ҡатынға иһә, уға тип сүллектә әҙерләнгән урынға осһон өсөн, ҙур бөркөттөң ҡанаттары бирелде. Йыландың буйы етмәгән был урында ҡатынға бер йыл, ике йыл һәм ярты йыл буйы хәстәрлек күрһәтеләсәк.

[15] Йылан, ҡатынды һыу ағыҙып алып китһен өсөн, ауыҙынан тотош йылға ағыҙып сығарҙы.

[16] Әммә ер ҡатынға ярҙам итте: ул, асылып китте лә, аждаһа кикереп сығарған йылғаны йотто.

[17] Аждаһаның ҡатынға асыуы ҡабарҙы, һәм уның Алла әмерҙәрен үтәүсе, Ғайса хаҡында шаһитлыҡ биреүсе ҡалған балаларына ҡаршы һуғышырға китте.

Асылыш — Chapters