Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 2:14

[1] Шунан һуң мин күктән төшкән икенсе ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем. Ул болотҡа төрөнгәйне. Уның баш өҫтөндә йәйғор һуҙылғайны, йөҙө ҡояш кеүек, аяҡтары – утлы бағана һымаҡ ине.

[2] Ҡулында бәләкәй асыҡ яҙыу төргәге бар. Ул уң аяғы менән диңгеҙгә, һул аяғы менән ергә баҫып,

[3] арыҫландыҡылай көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ҡысҡырғас, ете күк күкрәү тауыш биреп, һөйләй башланылар.

[4] Ете күк күкрәү һөйләп туҡтағас, мин уларҙың һөйләүен яҙып алырға уйланым, әммә күктән үҙемә өндәшкән тауыш ишеттем: – Ете күк күкрәүенең нимәләр һөйләүен сер итеп һаҡла һәм яҙма.

[5] Диңгеҙҙә һәм ерҙә баҫып торған мин күргән фәрештә уң ҡулын күккә күтәрҙе лә

[6] күкте һәм унда булған һәр нәмәне, ерҙе һәм унда булған һәр нәмәне, диңгеҙҙе һәм унда булған һәр нәмәне булдырған мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Тотҡарлау башҡа булмаясаҡ.

[7] Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртырға әҙер булған мәлдә, Алла Үҙ ҡолдарына – пәйғәмбәрҙәргә иғлан иткәнсә, Уның сере ғәмәлгә ашҡан булыр.

[8] Унан һуң мин күктән ишеткән тауыш миңә тағы былай тип өндәште: – Бар, диңгеҙҙә һәм ерҙә торған фәрештәнең ҡулынан асылған яҙыу төргәген ал.

[9] Фәрештә янына килдем дә уның миңә шул ҙур булмаған яҙыу төргәген биреүен һораным. Фәрештә миңә: – Ал да уны аша. Ашҡаҙаныңа бик әсе булыр, әммә ауыҙыңда бал кеүек татлы булыр, – тине.

[10] Мин фәрештәнең ҡулынан шул бәләкәй генә яҙыу төргәген алып ашаным. Ауыҙымда ул бал кеүек татлы ине, әммә ашап бөтөүгә ашҡаҙаным әсетеп янды.

[11] Унан һуң миңә: – Һин күп халыҡтар, милләттәр, телдәр һәм батшалар тураһында тағы пәйғәмбәрлек итергә тейешһең, – тинеләр.

Асылыш — Chapters