[1] Шәлим батшаһы, Аллаһы Тәғәләнең руханийы Мәлик-Садиҡ, батшаларҙы ҡыйратып ҡайтып килгән Ибраһимды осратып, уға фатихаһын бирә.
[2] Ибраһим иһә һуғыштан алып ҡайтҡан байлығының ундан бер өлөшөн уға бирә. Беренсенән, Мәлик-Садиҡ тигән исем «хаҡлыҡ батшаһы» тигәнде аңлата, икенсенән, ул Шәлимдең батшаһы ла, йәғни «именлек батшаһы».
[3] Мәлик-Садиҡтың атаһы ла, әсәһе лә, шәжәрәһе лә билдәһеҙ. Уның ғүмеренең башы тураһында ла, аҙағы тураһында ла мәғлүмәт юҡ, ул Алла Улына оҡшаш булып, мәңге рухани булып ҡала.
[4] Күрегеҙ, ул ни тиклем бөйөк – уға ырыу башлығы Ибраһим да һуғышта дошмандарынан тартып алған табышының ундан бер өлөшөн бирә.
[5] Муса ҡануны буйынса, рухани хеҙмәтен ҡабул иткән Левий тоҡомо ағзалары ла халҡынан, йәғни үҙ кешеләренән, улар ҙа Ибраһим тоҡомонан булған хәлдә лә, табыштарының ундан бер өлөшөн йыйып алырға тейеш була.
[6] Ә рухани Мәлик-Садиҡ, Левий тоҡомонан булмаһа ла, Ибраһим табышының ундан бер өлөшөн ҡабул итә һәм уға, Алла вәғәҙәһен ҡабул иткән кешегә, фатихаһын бирә.
[7] Һис шикһеҙ, бәләкәйерәк кеше генә ҙурыраҡтың фатихаһын ҡабул итә.
[8] Беренсе осраҡта табыштың ундан бер өлөшөн үлә торған кешеләр ала, ә икенсе осраҡта иһә уны Мәлик-Садиҡ ала, уның тере булыуы тураһында Изге Яҙмала шаһитлыҡ ителгән.
[9] Ниндәйҙер мәғәнәлә Левий ҙа, үҙе халыҡтан ундан бер өлөш табыш йыйыусы булһа ла, ундан бер өлөшөн Ибраһим аша Мәлик-Садиҡҡа түләгән, тип әйтергә була.
[10] Сөнки Мәлик-Садиҡ Ибраһимды осратҡан ваҡытта, Левий тыумаһа ла, ул үҙенең ата-бабаһы Ибраһимдың тәнендә була.
[11] Шулай итеп, әгәр камиллыҡҡа өлгәшеү Левий руханилығы хеҙмәте аша булһа, – сөнки ҡанун халыҡҡа уның нигеҙендә бирелгән, – Һарун кеүек түгел, ә Мәлик-Садиҡ кеүек икенсе Руханиҙың килеүенә ихтыяж булыр инеме һуң?
[12] Сәбәбе шунда: руханилыҡ үҙгәрһә, ҡанун да үҙгәрергә тейеш.
[13] Ә беҙ һөйләгән Зат – Ғайса икенсе бер ырыуҙан булған, ул ырыуҙан бер кем дә ҡорбан килтереү урынында хеҙмәт итмәгән.
[14] Билдәле булыуынса, Раббыбыҙ Йәһүҙә ырыуынан сыҡҡан, ә руханиҙар тураһында һөйләгәндә Муса был ырыу тураһында бер ни ҙә әйтмәгән.
[15] Бының шулай икәнлеге Мәлик-Садиҡ кеүек икенсе Рухани килгәс тағы ла нығыраҡ асыҡлана.
[16] Ул кешенең сығышына ҡағылған ҡанун әмере буйынса түгел, ә мәңгелек йәшәү көсө буйынса Рухани булды.
[17] Изге Яҙмала Уның тураһында: «Мәлик-Садиҡ ниндәй рухани булған булһа, Һин дә мәңгегә шундай рухани буласаҡһың», – тиелгән.
[18] Элекке ҡарар, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ булыу сәбәпле, кире ҡағыла.
[19] Сөнки ҡанун бер нәмәне лә камиллыҡҡа алып барып еткермәне, уның урынына беҙгә яҡшыраҡ нәмә – өмөт бирелде. Уның аша беҙ Аллаға яҡынлайбыҙ.
[20] Иғтибар итегеҙ, бында руханилыҡ итеү Алланың анты менән раҫланды.
[21] Бүтән руханиҙар үҙҙәренең руханилығын бер ниндәй антһыҙ алды. Ләкин был икенсе Рухани Алланың анты арҡылы, йәғни Алла Уға: «Раббы ант итте һәм ҡарарын үҙгәртмәйәсәк: Һин – мәңгелек Рухани», – тигәндә рухани булды.
[22] Был ант Алла менән килешеүҙең – Уның ышаныслыһы Ғайса ине – ни тиклем яҡшыраҡ икәнен күрһәтә.
[23] Башҡа руханиҙар күп булды, сөнки үлем арҡаһында улар үҙҙәренең хеҙмәтен дауам итә алманы.
[24] Ә Ғайса мәңге тере, Уның Руханилығы ла үҙгәрешһеҙ.
[25] Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.
[26] Беҙгә тап шундай Баш Рухани кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән.
[27] Ул, бүтән баш руханиҙар һымаҡ, көн һайын тәүҙә үҙ гонаһтары, аҙаҡ халыҡтың гонаһтары өсөн ҡорбан килтереүгә мохтаж түгел, сөнки Үҙен ҡорбан итеп, бер һәм һуңғы тапҡыр ҡорбан килтерҙе.
[28] Муса ҡануны баш рухани итеп көсһөҙ яҡтары булған кешеләрҙе билдәләй. Ә ҡанундан һуң бирелгән ант буйынса Алла Улы Баш Рухани итеп билдәләнде. Ул – мәңгелек камиллыҡҡа өлгәшкән Зат.