Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 2:18

[1] Һәр баш рухани, кешеләр араһынан һайланып, Алла алдында уларҙың вәкиле итеп ҡуйыла. Ул гонаһтар өсөн бүләктәр һәм ҡорбан килтерергә тейеш.

[2] Ундай баш рухани белемһеҙҙәрҙе лә, тура юлдан тайпылыусыларҙы ла аңлай ала, сөнки ул үҙе лә көсһөҙлөккә дусар булған.

[3] Шуға күрә ул халыҡ гонаһтары өсөн ҡорбан килтерергә тейеш булған кеүек, үҙ гонаһтары өсөн дә ҡорбан килтерергә тейеш.

[4] Бындай хөрмәтле бурысты бер кем дә үҙ теләге менән ала алмай, ул, үҙ ваҡытында Һарун саҡырылған кеүек, был хеҙмәткә Алла тарафынан саҡырыла.

[5] Мәсих тә Баш Рухани булыу хөрмәтен Үҙ өҫтөнә Үҙе алманы, ә Уға уны: «Һин – Минең Улым. Бөгөн Мин Һине тыуҙырҙым», – тип әйткән Алла бирҙе.

[6] Шулай уҡ Изге Яҙманың икенсе бер урынында Алла: «Мәлик-Садиҡ ниндәй рухани булған булһа, Һин дә мәңгегә шундай рухани буласаҡһың», – тип әйтә.

[7] Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса Үҙен үлемдән ҡотҡара аласаҡ Аллаға, күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды. Оло ихтирамы арҡаһында Уның үтенесе Аллаға барып ишетелде.

[8] Алла Улы булыуына ҡарамаҫтан, Ул Үҙ ғазаптары аша тыңлаусанлыҡҡа өйрәнде

[9] һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде.

[10] Ул, Мәлик-Садиҡ ниндәй рухани булған булһа, Алла тарафынан шундай Баш Рухани итеп билдәләнде.

[11] Был турала күберәк тә һөйләй алыр инек, ләкин беҙ һөйләгәндәрҙе ауыр аңлай башланығыҙ, шунлыҡтан аңлатыуы ҡыйын.

[12] Ваҡыт үтеүенә ҡарағанда, күптән инде өйрәтеүсе булырға тейеш инегеҙ, әммә һеҙ үҙегеҙ кемдеңдер һеҙҙе Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарына өйрәтеүенә мохтажһығыҙ. Һеҙгә ҡаты ризыҡ түгел, ә һөт кәрәк.

[13] Һөт менән туҡланған кеше хаҡ менән ялған араһындағы айырманы һиҙә алмай, сөнки ул – сабый.

[14] Ҡаты ризыҡ иһә өлкәндәр өсөн, уларҙың тойғолары тормош тәжрибәһе аша яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға һәләтле.

Еврейҙарға — Chapters