[1] Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Руханийы Ғайса тураһында фекер йөрөтөгөҙ.
[2] Муса Алла йортондағы эштәрҙә тоғро булған кеүек, Ғайса ла Үҙен хеҙмәткә алған Аллаға тоғро.
[3] Әммә йортто төҙөүсе йорттоң үҙенә ҡарағанда күпмегә нығыраҡ хөрмәт ителһә, Ғайса Мусаға ҡарағанда шул тиклем юғарыраҡ данға лайыҡ тип һаналды.
[4] Әлбиттә, һәр йорт кем тарафынандыр төҙөлә, әммә бөтөн нәмәнең төҙөүсеһе – Алла.
[5] Муса, Алла йортондағы бөтөн эштәрҙә хеҙмәтсе булып, тоғро ине, бының менән ул киләсәктә Алла тарафынан әйтеләсәк нәмәләргә шаһитлыҡ ҡылды.
[6] Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Ул булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.
[7] Шуға күрә, Изге Рух әйткәнсә: «Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән,
[8] сүллектә һынау көнөндә ҡаршылыҡ күрһәткән кеүек, тиҫкәреләнмәгеҙ.
[9] Эшемде ҡырҡ йыл дауамында күрһәләр ҙә, унда атай-олатайҙарығыҙ Мине һынаны.
[10] Шуның өсөн был быуынға асыуым килде һәм Мин: „Уларҙың күңелдәре һәр саҡ яңылыша, улар Мин күрһәткән юлдарҙы белмәне“, – тинем.
[11] Шуның өсөн нәфрәтләнеп: „Улар бер ҡасан да Минең ял биреү урыныма инмәйәсәк“, – тип ант иттем».
[12] Имандаштар, һаҡ булығыҙ, берегеҙҙең дә йөрәге мәңге тере Алланан баш тартырлыҡ яуыз һәм ышанмай торған булмаһын.
[13] Киреһенсә «бөгөн» тигән һүҙ әлегә ғәмәлдә булған саҡта, һеҙҙең берегеҙ ҙә гонаһ алдағына бирелеп тиҫкәреләнмәһен өсөн, бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ.
[14] Сөнки беҙ – Мәсихтең хеҙмәттәштәре, тик беҙгә баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торорға кәрәк.
[15] Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән, ҡаршылыҡ күрһәткән саҡтағы кеүек тиҫкәреләнмәгеҙ».
[16] Алла тауышын ишетеп тә, ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр кем һуң? Мысырҙан Муса алып сыҡҡан бөтәһе лә түгел инеме ни?
[17] Ҡырҡ йыл буйы Алла кемгә асыу тотҡан һуң? Гонаһ ҡылып, үлеп, тәне сүллектә ятып ҡалған кешеләргә түгелме?
[18] Улар Минең ял биреү урыныма бер ҡасан да инмәйәсәк тип, Алла кем тураһында ант итте һуң? Тыңлауһыҙҙар тураһында түгелме?
[19] Тимәк, унда ышанмауҙары өсөн инә алмағанлыҡтарын күрәбеҙ.