Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 5:39

[1] Ҡанун – килә торған яҡшы нәмәләрҙең үҙе түгел, ә күләгәһе генә. Шуға күрә, йыл һайын бер төрлө ҡорбандар килтереп, ул Алла алдына килгән кешеләрҙе камил итә алмай.

[2] Әгәр ҙә ҡанун быны эшләй алһа, артабан ҡорбан килтерелмәҫ ине, сөнки Аллаға табыныусылар бер тапҡыр таҙарыныу менән бүтәнсә үҙҙәренең гонаһтары өсөн ғәйеп тоймаҫтар ине.

[3] Ләкин был ҡорбандар гонаһтар тураһында йылдың-йылы иҫкә төшөрөү булып тора.

[4] Сөнки үгеҙ йәки кәзә ҡаны менән гонаһтарҙы юҡҡа сығарыу мөмкин түгел.

[5] Шуға күрә Мәсих донъяға килгәс былай тине: «Һин ҡорбандар ҙа, бүләктәр ҙә теләмәнең, ләкин Минең өсөн тән әҙерләнең.

[6] Тулыһынса яндырылған ҡорбандар ҙа, гонаһ өсөн килтерелгән ҡорбандар ҙа күңелеңә хуш килмәне.

[7] Шул саҡта Мин: „Бына Мин. Изге Яҙма төргәгендә яҙылғанса, Аллам, Ихтыярыңды үтәргә тип килдем“, – тинем».

[8] Шулай итеп, Ул тәүҙә: «Һин ҡорбандар ҙа, бүләктәр ҙә, тулыһынса яндырылған ҡорбандар ҙа, гонаһ өсөн ҡорбандар ҙа теләмәнең һәм улар күңелеңә хуш килмәне», – тип әйткән. Ә был ҡанун буйынса талап ителде.

[9] Унан һуң Мәсих: «Бына Мин, Һинең ихтыярыңды үтәргә тип килдем», – тигән. Ул алдағы талаптарҙы үҙ көсөнән сығарып, яңыны индерә.

[10] Мәсих арҡылы атҡарылған Алла ихтыяры буйынса беҙ Ғайса Мәсихтең тәне бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан ителеүе менән изгеләндерелдек.

[11] Һәр рухани, көн һайын үҙ хеҙмәтен үтәп, ҡат-ҡат бер төрлө ҡорбандар килтерә, әммә был ҡорбандар бер ваҡытта ла гонаһтарҙы юҡҡа сығара алмай,

[12] Мәсих иһә, гонаһтар өсөн мәңгелек көскә эйә булған бер генә ҡорбан килтереп, мәңгегә Алланың уң яғына ултырҙы.

[13] Шул ваҡыттан алып Ул дошмандарының Үҙ аяҡтарының аҫтына баҫҡыс итеп һалыныуын көтә.

[14] Ул бер ҡорбан менән изге ителеүселәрҙе мәңгегә камил итте.

[15] Был хаҡта беҙгә Изге Рух та шаһитлыҡ ҡыла. Башта былай тип әйткән:

[16] «Ул көндәрҙән һуң Мин улар менән төҙөйәсәк килешеү ошо, – ти Раббы. – Үҙ ҡанундарымды мин уларҙың күңелдәренә һаласаҡмын һәм зиһендәренә яҙып ҡуясаҡмын».

[17] Унан Ул былай тип өҫтәй: «Уларҙың ҡылған гонаһтарын һәм яуызлыҡтарын бер ҡасан да иҫемә төшөрмәйәсәкмен».

[18] Ә гонаһтар кисерелгән икән, ҡорбан килтереү мохтажлығы юҡ инде.

[19] Шулай итеп, имандаштар, беҙ Ғайса ҡаны менән ҡыйыу рәүештә Иң изге урынға инә алабыҙ.

[20] Ул беҙгә яңы һәм тормош биреүсе юл асты һәм был юл шаршау, йәғни Уның тәне кисергән ғазаптар аша үтә.

[21] Беҙҙең Алла йорто башында тороусы бөйөк Руханийыбыҙ бар.

[22] Шуға күрә ихлас күңел, иман ышаныслылығы менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан ҡан бөркөп таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ.

[23] Үҙебеҙ инанып асып һалған өмөткә тайпылышһыҙ тотонайыҡ, сөнки вәғәҙә биргән Зат – тоғро.

[24] Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе мөхәббәт менән изге эштәргә дәртләндерәйек.

[25] Ҡайһы берәүҙәр кеүек, ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылыуҙан баш тартмайыҡ, киреһенсә, бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләп торайыҡ, сөнки Раббы көнөнөң яҡынлашыуын күрәбеҙ бит.

[26] Әгәр беҙ хәҡиҡәтте танып белгәндән һуң да гонаһ ҡылыуыбыҙҙы аңлы рәүештә дауам итһәк, гонаһтарыбыҙ өсөн башҡаса ҡорбан ҡалмай.

[27] Ә хөкөмдө һәм Алланың дошмандарын яндырасаҡ ҡоторонҡо утты ҡурҡып көтөргә генә ҡаласаҡ.

[28] Муса ҡанунынан баш тартҡан һәр кеше, ике йәки өс шаһит күрһәтеүе буйынса, аяуһыҙ рәүештә үлемгә дусар ителә.

[29] Ә Алла Улын аяҡ аҫтына һалып тапаған һәм ҡасандыр үҙе изгеләнгән килешеү ҡанын мыҫҡыл итеп мәрхәмәт Рухын кәмһеткән кеше, һеҙҙеңсә, ни ҡәҙәр ҡаты язаға лайыҡ?

[30] «Үс алыу – Минең эшем, Үҙем ҡайтарып бирәсәкмен», – тигән һәм: «Раббы Үҙ халҡын хөкөм итәсәк», – тип Әйтеүсене беҙ беләбеҙ.

[31] Мәңге тере Алла ҡулына эләгеү ҡот осҡос!

[32] Алла яҡтылығы һеҙҙе яңы ғына яҡтыртҡандан һуң булып үткән көндәрҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Һеҙ ул саҡта ғазаптарға ҡаршы көрәшеүҙә ныҡ тора инегеҙ.

[33] Һеҙҙе ҡайһы саҡта халыҡ алдында мәсхәрәләнеләр, эҙәрлекләнеләр, ҡайһы саҡта һеҙ шул хәлдәрҙе кисергән кешеләр менән иңгә-иң терәшеп торҙоғоҙ.

[34] Һеҙ тотҡонлоҡтағыларға шәфҡәт күрһәттегеҙ, милкегеҙҙән мәхрүм итеүҙе ҡыуаныс менән ҡабул иттегеҙ, сөнки күктә һәйбәтерәк, мәңгелек байлығығыҙ барлығын белә инегеҙ.

[35] Шуға ла ҡыйыулыҡты ситкә алып ташламағыҙ, һеҙ йомарт бүләкләнәсәкһегеҙ.

[36] Алла ихтыярын үтәп, шунан һуң вәғәҙә ителгәнде алыр өсөн һеҙгә сыҙамлыҡ кәрәк.

[37] Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Әҙ генә, бөтөнләй әҙ генә ҡалды, һәм килергә тейешле Зат килер, Ул оҙаҡ көттөрмәҫ.

[38] Минең тәҡүә кешем үҙенең иманы менән йәшәр. Әгәр сигенә ҡалһа, уны күңелем ҡабул итмәйәсәк».

[39] Беҙ имандан сигенеп һәләк булыусыларҙан түгел, беҙ – ышанған һәм үҙенең ғүмерен һаҡлағандарҙан.

Еврейҙарға — Chapters