Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 2:44

[1] Үткән замандарҙа Алла атай-олатайҙарыбыҙға пәйғәмбәрҙәр аша күп тапҡырҙар һәм төрлөләндереп мөрәжәғәт итте.

[2] Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтөн нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм Уның аша бар ғаләмде бар иткән Үҙенең Улы аша һөйләне.

[3] Уның Улы – Алла данының балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.

[4] Уның Алланан мираҫҡа алған Ул тигән данлы исеме фәрештәләрҙекенән ни тиклем юғарыраҡ булһа, Ул Үҙе лә уларҙан шул тиклем өҫтөнөрәк тора.

[5] Ҡасан да булһа фәрештәләрҙең берәйһенә Алла: «Һин – Минең Улым. Бөгөн Мин Һине тыуҙырҙым», – тип әйткәнме ни? Йә булмаһа: «Мин – Уның Атаһы буласаҡмын, ә Ул Минең Улым булыр», – тигәнме?

[6] Йәнә, донъяға Үҙенең тәү тыуған Улын килтергәндә, Алла: «Алланың бөтөн фәрештәләре Уға баш эйһен», – ти.

[7] Фәрештәләр тураһында Ул: «Алла Үҙенең фәрештәләрен – ел, хеҙмәтселәрен утлы ялҡын итә», – ти.

[8] Улы тураһында иһә: «Йә, Аллам, батшалығың Һинең мәңгелек, батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы, – ти.

[9] – Һин хаҡлыҡты һөйҙөң, яуызлыҡты күрә алманың. Шуның өсөн Алла, Һине шатлыҡ майы менән майлап, хеҙмәттәштәреңә ҡарағанда Үҙеңде юғарыраҡ ҡуйҙы», – ти.

[10] Алла тағын: «Һин, Раббым, иң тәүҙә ергә нигеҙ һалдың һәм ҡулдарың күкте булдырҙы.

[11] Ер ҙә, күк тә юҡҡа сығыр, ә Һин иһә мәңге ҡалырһың. Барыһы ла кейем һымаҡ туҙыр,

[12] уларҙы һин өҫ кейемеләй төрөп алырһың, улар кейем кеүек алмаштырылыр. Һин иһә гел бер төрлө ҡалырһың, ғүмер йылдарыңдың аҙағы булмаҫ», – ти.

[13] Фәрештәләрҙең берәйһенә Алла ҡасан да булһа: «Мин дошмандарыңды аяҡ аҫтыңа баҫҡыс итеп һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр», – тип әйттеме икән?

[14] Фәрештәләрҙең бөтөнөһө лә ҡотолоуҙы мираҫ итеп аласаҡ заттарға хеҙмәт итеү өсөн ебәрелгән рухтар түгелме ни?

Еврейҙарға — Chapters