[1] Хужалар, күктәрҙә үҙегеҙҙең дә Хужағыҙ барлығын иҫтә тотоп, ҡолдарығыҙға ҡарата намыҫлы һәм ғәҙел мөнәсәбәттә булығыҙ.
[2] Уяу булығыҙ, шөкөр итеп доға ҡылып тороғоҙ.
[3] Мәсихтең сере тураһында хәбәр итеү өсөн Алла беҙгә ишек асһын тип, беҙҙең хаҡҡа ла доға ҡылығыҙ, мин шул хәбәр өсөн тотҡонлоҡтамын.
[4] Минең кешеләргә ул серҙе тейешенсә аса алыуымды теләп, доға ҡылығыҙ.
[5] Ят кешеләр менән, ваҡытты дөрөҫ файҙаланып, аҡыллы рәүештә мөғәмәлә итегеҙ.
[6] Һүҙегеҙ һәр ваҡыт яғымлы, мауыҡтырғыс булһын, һәр кешегә нисек яуап бирергә кәрәклеген белегеҙ.
[7] Минең турала һеҙгә ҡәҙерле имандашыбыҙ, тоғро хеҙмәтсе һәм Раббы эшендә хеҙмәттәшем Тихик барыһын да һөйләп бирер.
[8] Мин уны һеҙгә хәлебеҙҙе хәбәр итеү маҡсаты менән һәм күңелдәрегеҙҙе йыуатыу өсөн ебәрәм.
[9] Уны тоғро һәм ҡәҙерле имандашыбыҙ, яҡташығыҙ Онисим менән бергә ебәрәм. Улар бындағы хәлдәр тураһында бөтөнөһөн дә һеҙгә һөйләр.
[10] Минең менән бергә тотҡонда булған Аристарх та, Варнаваның ике туғаны Марк та (уның тураһында, әгәр янығыҙға килһә, ҡабул итегеҙ, тигән әмер алдығыҙ) сәләм ебәрә.
[11] Һеҙҙе Иуст ҡушаматлы Ғайса ла сәләмләй. Улар миңә күңел йыуанысы, хеҙмәттәштәрем араһында Алла Батшалығы өсөн минең менән хеҙмәт итеүсе берҙән-бер йәһүдтәр.
[12] Һеҙгә Ғайса Мәсихтең ҡоло, яҡташығыҙ Эпафрас та сәләм тапшыра. Һеҙ Алланың тулы ихтыярынса рухи йәһәттән үҫешкән һәм иманда ныҡлы булыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып көрәшә ул.
[13] Мин уның һеҙҙең хаҡҡа, шулай уҡ Лаодикия менән Иераполдәге имандаштар хаҡына бик ауыр хеҙмәт башҡарыуына шаһитмын.
[14] Һеҙгә ҡәҙерле табип Лука менән Димас та сәләм тапшыра.
[15] Лаодикиялағы имандаштарыбыҙға, шулай уҡ Нимфаға, уның өйөндә йыйыла торған берҙәмлеккә лә сәләм әйтегеҙ.
[16] Был хатты уҡығас, уны Лаодикиялағы берҙәмлеккә лә тапшырығыҙ, унда ла уҡыһындар. Лаодикияға ебәрелгән хатты иһә үҙегеҙ ҙә уҡығыҙ.
[17] Архипҡа: «Иғтибарлы бул! Раббынан ҡабул иткән хеҙмәтте аҙағына тиклем үтә», – тип еткерегеҙ.
[18] Был сәләмде мин, Павел, үҙ ҡулым менән яҙам. Минең тотҡонда икәнлегемде онотмағыҙ. Мәрхәмәт һеҙҙең менән булһын.