Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 3:41

[1] Һеҙҙең һәм Лаодикиялағы имандаштар хаҡына, шулай уҡ мине йөҙгә белмәгәндәр хаҡына ниндәй көрәш алып барыуымды белеүегеҙҙе теләйем.

[2] Мин быны, улар мөхәббәттә берләшеп, рухтарының күтәрелеүе һәм тулыһынса танып белеүҙең бөтә байлығына эйә булыуҙары өсөн эшләйем. Шул рәүешле улар Алланың серен – Мәсихте танып белер.

[3] Мәсихтә зирәклек менән белемдең бөтөн хазиналары йәшеренгән.

[4] Быны мин берәйһе һеҙҙе матур һүҙҙәр менән юлдан яҙҙырмаһын өсөн әйтәм.

[5] Тәнем менән янығыҙҙа булмаһам да, йәнем менән янығыҙҙамын, һеҙҙәге тәртипте һәм Мәсихкә булған иманығыҙҙың ныҡлығын күреп ҡыуанам.

[6] Ғайса Мәсихте Хужа итеп ҡабул иткәнһегеҙ икән, Уның менән берлектә йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ.

[7] Унда тамыр йәйеп һәм төпләнеп, үҙегеҙгә өйрәтелгән иман буйынса нығынығыҙ һәм һәр ваҡыт бар күңелегеҙҙән рәхмәтле булығыҙ.

[8] Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсих менән түгел, ә кешеләрҙең риүәйәттәренә һәм донъяның идара итеүсе көстәренә таянып тыуған буш һәм ялған фәлсәфә ярҙамында ҡол итмәһен.

[9] Алла бөтөн тулылығы менән Мәсихтә кәүҙәләнеп йәшәй.

[10] Бөтөн етәкселәрҙең һәм хакимдарҙың башы булған Мәсихтә һеҙгә лә тулы тормош бирелгән.

[11] Мәсихтә булып, һеҙ кеше ҡулы менән башҡарылған сөннәт менән түгел, ә Мәсих сөннәте менән сөннәтләндегеҙ. Шуның менән һеҙ гонаһлы тәбиғәт хакимлығынан азат ителдегеҙ.

[12] Һыуға сумдырылған саҡта Уның менән бергә ерләндегеҙ һәм, Уны үленән терелткән Алланың ҡөҙрәтенә ышаныу арҡаһында, Уның менән бергә терелдегеҙ.

[13] Һеҙ гонаһтарығыҙ һәм сөннәтле булмауығыҙ арҡаһында үле инегеҙ, ә Алла, бөтөн гонаһтарыбыҙҙы кисереп, һеҙҙе Мәсих менән бергә терелтте.

[14] Ул Үҙенең талаптары менән беҙгә ҡаршы булған бурыстарыбыҙ исемлеген юйҙы һәм, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап, бөтөнләй юҡҡа сығарҙы.

[15] Етәкселәрҙе һәм хакимлыҡ итеүселәрҙе көсөнән яҙҙырып хурлыҡҡа ҡалдырҙы һәм Мәсих аша улар өҫтөнән тантана итте.

[16] Шулай итеп, ризыҡ йәки эсемлек, йәки ниндәй булһа ла байрам, йә яңы ай, йә шәмбе көндәрен нисек тотоуығыҙ өсөн бер кем дә һеҙҙе хөкөм итмәһен.

[17] Былар барыһы ла киләсәктә була торғандың күләгәһе генә, ә бөгөнгө ысынбарлыҡ – Мәсихтә.

[18] Яһалма тыйнаҡлыҡтан һәм фәрештәләргә табыныуҙан ләззәт табыусы кешеләрҙең береһе лә һеҙҙе хөкөм итмәһен. Ундай кеше үҙе күргәндәр менән ғорурлана, кешелек аҡылының буш уйҙары уны маһайыусан итә.

[19] Ул Мәсихтең, тимәк, тәндең Башын тотмай. Ә бөтөн тән Баштан башлана һәм быуындары, тарамыштары менән үҙ-ара беркетелеп, нығытылып, Алла ҡушыуы буйынса үҫә.

[20] Мәсих менән бергә үлеп, донъяның идара итеүсе көстәренән ҡотолғанһығыҙ икән, ни өсөн һаман ошо донъяның кешеләре кеүек уларҙың ҡағиҙәләренә буйһонаһығыҙ:

[21] «Ҡағылма», «Татыма», «Теймә»?

[22] Былар файҙаланылғандан һуң юҡҡа сыға, ул ҡағиҙәләрҙе һәм тәғлимәттәрҙе бары тик кеше уйлап сығарған.

[23] Был ҡағиҙәләр тышҡы яҡтан үҙҙәре булдырған тәҡүәлектә, яһалма тыйнаҡлыҡта һәм тәнгә ҡарата аяуһыҙлыҡта зирәк тойолһа ла, кешенең гонаһлы дәртенә ҡаршы тора алмайҙар.

Колосстарға — Chapters