Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 3:48

[1] Тимәк, һеҙ Мәсих менән бергә терелгәнһегеҙ икән, күктәге нәмәләргә ынтылығыҙ, унда иһә Мәсих Алланың уң яғында ултырған.

[2] Уйҙарығыҙҙы ерҙәге нәмәләргә түгел, ә күктәге нәмәләргә йүнәлтегеҙ,

[3] сөнки һеҙ үлдегеҙ, ә яңы тормошоғоҙ Мәсих менән бергә Аллала йәшеренгән.

[4] Һеҙҙең тормошоғоҙ – Мәсих, Ул килгәндә һеҙ ҙә Уның данын уртаҡлашып, Уның менән бергә килерһегеҙ.

[5] Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ.

[6] Бына ошолар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алла асыуы төшә лә инде.

[7] Быларҙы эшләгәндә ҡасандыр һеҙ ҙә шундай йәшәү рәүеше алып бара инегеҙ.

[8] Ә хәҙер быларҙың бөтөнөһөнән дә: асыуҙан да, ярһыуҙан, уҫаллыҡтан, яман теллелектән, әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙән дә ҡотолоғоҙ.

[9] Бер-берегеҙгә ялған һөйләмәгеҙ, һеҙ ҡылған ғәмәлдәрегеҙ менән элекке йәшәү рәүешегеҙҙе кейемегеҙҙе сискәндәй сисеп ташланығыҙ

[10] һәм яңы кеше булып кейендегеҙ. Яңы кешене булдырыусы Алла, Үҙе тураһында тулыһынса белдереү өсөн, һеҙҙе һәр ваҡыт Үҙенә оҡшаш итеп үҙгәртеп тора.

[11] Шуға күрә инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, вәхшиҙәр һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла.

[12] Шуға ла һеҙ, Алла тарафынан һайланған кешеләр, Уның изгеләре һәм ҡәҙерлеләре булараҡ, шәфҡәтле, яҡшы күңелле, тыйнаҡ, баҫалҡы, сабыр булығыҙ.

[13] Бер-берегеҙгә ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ һәм, үпкәгеҙ булһа, ғәфү итә белегеҙ. Мәсих һеҙҙе кисергән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе кисерегеҙ.

[14] Был сифаттарҙың бөтөнөһөнә лә мөхәббәт өҫтәгеҙ, ул, барыһын да берләштереп, камиллыҡҡа еткерәсәк.

[15] Йөрәктәрегеҙҙә Мәсих именлеге хакимлыҡ итһен. Һеҙ, бер тәндең ағзалары булып, тап ошо именлеккә саҡырылдығыҙ ҙа инде. Рәхмәтле булығыҙ!

[16] Мәсих һүҙе һеҙҙә муллыҡ менән урынлашһын, бер-берегеҙҙе бөтөн зирәклек менән өйрәтегеҙ һәм нәсихәт итегеҙ, мәҙхиәләр, маҡтаулы шиғырҙар һәм рухи йырҙар йырлап, күңелегеҙҙән Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.

[17] Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, һөйләһәгеҙ ҙә – бөтөнөһөн дә Раббы Ғайса исеменә таянып, Уның аша Атабыҙ Аллаға шөкөр итеп эшләгеҙ.

[18] Ҡатындар, Раббыға инаныусыларҙа ҡабул ителгәнсә, ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ.

[19] Ирҙәр, ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ һәм уларға ҡарата ҡырыҫ булмағыҙ.

[20] Балалар, бөтөн нәмәлә лә атай-әсәйҙәрегеҙҙе тыңлағыҙ, сөнки был Раббыға ҡыуаныс килтерә.

[21] Атайҙар, балаларығыҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәһен өсөн, уларҙы рәнйетмәгеҙ.

[22] Ҡолдар, донъялағы хужаларығыҙға бөтөн нәмәлә лә буйһоноғоҙ, ярамһаҡтар кеүек күҙ буяу өсөн генә түгел, ә Алланан ҡурҡып, ысын күңелдән хеҙмәт итегеҙ.

[23] Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, а кешеләр өсөн түгел, ә Раббы өсөн эшләгән кеүек ихлас күңелдән башҡарығыҙ.

[24] Раббынан бүләккә мираҫ алырығыҙҙы беләһегеҙ, шуға күрә һеҙ Раббы Мәсихкә хеҙмәт итәһегеҙ.

[25] Дөрөҫ эшләмәүселәр ҡылған хаҡһыҙлығы өсөн тейешен аласаҡ, Раббыға бөтөнөһө лә бер тигеҙ.

Колосстарға — Chapters