Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 3:51

[1] Ололарға ҡаты бәрелмә. Ололарҙы – атайың һымаҡ, үҙеңдән кеселәрҙе ҡустың кеүек күреп өгөтлә;

[2] үҙеңдән өлкән ҡатын-ҡыҙҙарҙы әсәйең һымаҡ, йәшерәктәрҙе һеңлең кеүек күреп бар сафлығың менән өгөтлә.

[3] Ысын тол ҡатындар тураһында хәстәрлек күр.

[4] Әгәр ҙә тол ҡатындың балалары йәки ейәндәре булһа, улар иң тәүҙә үҙ ғаиләһен хөрмәт итеп, ата-әсәһе күрһәткән хәстәрлеккә хәстәрлек менән яуап биреп өйрәнһен, Алла шуны теләй.

[5] Яңғыҙ ҡалған ысын тол ҡатын Аллаға ғына өмөт бағлай һәм көнө-төнө Аллаға ялбарып доға ҡыла.

[6] Ә кәйеф-сафа менән генә көн иткәне йәшәһә лә, улар тереләй үле инде.

[7] Улар намыҫлы тормош алып барһын өсөн, был талаптарҙың үтәлеүен күңеленә һеңдер.

[8] Берәйһе үҙенең яҡындары һәм бигерәк тә ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек күрмәй икән, тимәк, ул иманынан ваз кискән, ул иманһыҙҙан да яманыраҡ.

[9] Алтмыш йәштән дә кәм булмаған, үҙ ғүмерендә иренә тоғролоҡ һаҡлаған тол ҡатындарҙы ғына тол ҡатындар исемлегенә индер,

[10] ул үҙенең изге эштәре менән билдәле, йәғни балалар тәрбиәләп үҫтергән, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, имандаштарына хеҙмәтсе кеүек булған, ауырлыҡ күргәндәргә ярҙам иткән һәм үҙен һәр төрлө яҡшы эшкә бағышлаған.

[11] Ә йәш тол ҡатындарҙы исемлеккә индермә, сөнки улар, енси теләккә бирелһә, үҙҙәрен Ғайса Мәсихкә бағышлауҙан туҡтап, кейәүгә сығырға теләй.

[12] Шулай тәүге вәғәҙәләрен боҙған өсөн, ундайҙар үҙҙәрен хөкөмгә илтә.

[13] Өҫтәүенә, ялҡаулыҡҡа һалышҡанлыҡтан, өйҙән-өйгә йөрөргә әүәҫләнеп китә һәм ялҡаулыҡтан тыш ғәйбәт тарата, кеше эшенә ҡыҫыла, тейешһеҙ хәбәр һөйләй.

[14] Шуға күрә дошманға яманатын сығарырға бер ниндәй ҙә урын ҡалмаһын өсөн, йәш тол ҡатындарҙың никахҡа инеүҙәрен, бала табыуҙарын, йорт-ҡура ҡарауҙарын теләйем.

[15] Тол ҡатындарҙың ҡайһы берәүҙәре, тура юлдан тайпылып, Иблис ҡотҡоһона бирелде бит.

[16] Әгәр ҙә берәй иманлы ҡатындың тол туғаны бар икән, уға ҡарата үҙе хәстәрлек күрһен. Имандаштар берҙәмлегенә көс төшөрмәһен, сөнки берҙәмлек ысын тол ҡатындарға ғына ярҙам итергә тейеш.

[17] Яҡшы етәкселек итеүсе өлкәндәрҙең, бигерәк тә һүҙе менән дә, өйрәтеүҙәре менән дә ауыр эш башҡарыусыларҙың хеҙмәте икеләтә баһаланһын.

[18] Изге Яҙмала «иген һуғыусы үгеҙҙең ауыҙын ҡаплап ҡуйма» һәм «эшсе үҙ хеҙмәте өсөн хаҡ алыуға лайыҡ» тип әйтелә бит.

[19] Берҙәмлек өлкәненә ҡарата ғәйепләү булһа, ике йәки өс шаһитһыҙ ҡабул итмә.

[20] Гонаһ ҡылғандарын иһә, башҡаларҙа ла ҡурҡыу тыуһын өсөн, бөтөнөһө алдында фаш ит.

[21] Алла, Ғайса Мәсих һәм һайлап алынған фәрештәләр алдында шуны ҡушам: ҡушылған күрһәтмәләремде үтәгәндә ғәҙел бул, шулай уҡ бер кемгә лә өҫтөнлөк бирмә.

[22] Кешеләргә ҡулдарыңды ҡуйырға ашыҡма, башҡаларҙың гонаһлы эштәрендә ҡатнашма. Үҙеңде саф көйө һаҡла.

[23] Әйткәндәй, инде ҡоро һыу ғына эсмә, ашҡаҙаныңды һаҡлау һәм йыш ауырымаҫ өсөн аҙ ғына шарап та эс.

[24] Әйтергә кәрәк, бәғзеләрҙең гонаһтары билдәле инде, башҡаларҙыҡы иһә хөкөм көнөндә асылыр.

[25] Шуның кеүек яҡшы эштәр ҙә билдәле, билдәле булмағандары ла йәшерен ҡала алмаҫ.

1 Тимофейға — Chapters