[1] Етәксе булырға ынтылыусы кешенең ниәте изге, тигән һүҙҙәр хаҡ.
[2] Етәксе намыҫлы тормош алып барған, ҡатынына тоғро ир, айыҡ аҡыллы, тотанаҡлы, ихтирам ҡаҙанған, ҡунаҡсыл, өйрәтеүгә маһир булырға тейеш,
[3] ул эсеп йөрөмәҫкә, һуғыш суҡмары ла, аҡса ҡоло ла булмаҫҡа, ә иғтибарлы һәм тыныслыҡ һөйгән,
[4] үҙ ғаиләһе менән оҫта идара иткән, балаларын ихтирамға лайыҡ, тыңлаусан итеп тәрбиәләргә бурыслы.
[5] Әгәр үҙ ғаиләһе менән идара итә белмәһә, Алла берҙәмлеге хаҡында нисек хәстәрләй алыр?
[6] Етәксе ҡупайып китеп Иблис төшкән хөкөмгә дусар ителмәһен өсөн, ул иманға яңы ғына килеүселәр араһынан булырға тейеш түгел.
[7] Ғәйеп тыуҙырмау һәм Иблис тоҙағына эләкмәҫ өсөн, етәксенең иман тотмаусылар араһында ла даны яҡшы булыуы мотлаҡ.
[8] Ярҙамсылар шулай уҡ ике йөҙлөләнмәҫкә, эсеү менән мауыҡмаҫҡа, һаранланмаҫҡа, ә ихтирамға лайыҡ булырға,
[9] иманыбыҙҙың серле асылын саф намыҫ менән һаҡларға тейеш.
[10] Уларҙы ла башта һынап ҡараһындар, шунан ғына, әгәр һүҙ тейҙермәҫлек булһалар, хеҙмәт итһендәр.
[11] Шулай уҡ, ярҙамсы ҡатындар ҙа ихтирамға лайыҡ, яла яғып йөрөмәгән, айыҡ аҡыллы, һәр яҡлап ышаныс яулаған кеше булһын.
[12] Ярҙамсы үҙенең ҡатынына тоғро ир булырға, балаларына һәйбәт тәрбиә бирергә һәм ғаиләһе менән оҫта идара итергә тейеш.
[13] Яҡшы хеҙмәт иткән ярҙамсылар ҙур дәрәжәләргә күтәрелә һәм Ғайса Мәсихкә булған имандарында тәүәккәллектәре арта.
[14] Быны мин тиҙҙән һинең яныңа килеремә ышанып яҙам,
[15] әгәр мин оҙаҡлаһам, хәҡиҡәттең терәге һәм нигеҙе булған Тере Алланың берҙәмлегендә, йәғни Алла Йортонда нимә эшләргә кәрәклеген белергә тейешһең.
[16] Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, данда күккә күтәрелде.