[1] Ахыры заманда ҡайһы берәүҙәр, алдаҡсы рухтарға һәм ен өйрәтеүҙәренә ҡолаҡ һалып, имандан кире сигенәсәктәр, Изге Рух быны асыҡ әйтә.
[2] Бындай өйрәтеүҙәр ике йөҙлө ялғансылар аша килә. Намыҫтары ҡыҙған тимер менән һалған тамға кеүек ҡарайған.
[3] Улар никахлашыуҙы тыя һәм ҡайһы бер ризыҡтарҙы ашамаҫҡа ҡуша. Ә ризыҡты Алла булдырған, иман юлындағылар, хәҡиҡәтте таныусылар иһә уны рәхмәт менән ҡабул итә.
[4] Алла булдырған бөтөн нәмә яҡшы һәм, әгәр, рәхмәт менән ҡабул ителһә, бер нәмә лә кире ҡағылырға тейеш түгел,
[5] сөнки ул Алла һүҙе һәм доға менән изгеләштерелә.
[6] Үҙең ҡабул иткән иман һүҙҙәрен, яҡшы тәғлимәтте ныҡ тотоп, рухи ризыҡ менән туҡланып, имандаштарыбыҙға ла ошо нәсихәттәрҙе өйрәтһәң, Ғайса Мәсихтең һәйбәт хеҙмәтсеһе булырһың.
[7] Алланы һанға һуҡмаған кешеләрҙән һәм бисә-сәсәләрҙең уйҙырма хәбәрҙәренән ары йөрө, үҙеңде Аллаға ихлас табыныуҙа күнектер.
[8] Тән күнекмәһенең ярҙамы сикләнгән, ә Аллаға ихлас табыныу һәр нәмәгә файҙалы, сөнки ул ысын тормош бирә – хәҙер ҙә, киләсәктә лә.
[9] Был һүҙҙәр хаҡ һәм тулыһынса ҡабул итеүгә лайыҡ.
[10] Беҙ, үҙебеҙ ынтылған тормошҡа өлгәшеү өсөн, бар көсөбөҙҙө һалып хеҙмәт итәбеҙ һәм көрәш алып барабыҙ, сөнки бөтөн кешеләрҙе, бигерәк тә иман юлындағыларҙы ҡотҡарыусы мәңге тере Аллаға өмөт бағлайбыҙ.
[11] Быларҙы башҡаларға өйрәт һәм үтәлеүен талап ит.
[12] Бер кем дә һинең йәшеңә кәмһетеп ҡарамаһын; һөйләгән һүҙҙәреңдә лә, йәшәйешеңдә лә, мөхәббәттә лә, иманда ла, сафлыҡта ла иман тотоусылар өсөн өлгө бул.
[13] Мин килгәнгә тиклем Изге Яҙмаларҙы уҡып ишеттер, вәғәзлә, өйрәт.
[14] Берҙәмлек өлкәндәре һиңә ҡулдарын ҡуйған саҡта, Алла тарафынан пәйғәмбәрлек аша бирелгән рухи бүләгеңде иғтибарһыҙ ҡалдырма.
[15] Уңышың бөтөнөһөнә лә асыҡ күренһен өсөн, ошо ҡушылған эштәр менән мәшғүл бул, үҙеңде шуларға бағышла.
[16] Үҙеңә ҡарата ла, өйрәтеүҙәреңә лә иғтибарлы бул; кәңәштәремде тот. Шулай иткәндә, һин үҙеңде лә, һине тыңлаусыларҙы ла ҡотҡарырһың.