Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 3:37

[1] Шулай итеп, ҡәҙерле һәм һағынған имандаштарым, шатлығым һәм дан тажым, Раббыла ныҡ тороғоҙ, ҡәҙерлеләрем!

[2] Еводия менән Синтихияның – икеһенең дә Раббыныҡы булыуҙары хаҡына татыулашыуҙарын теләйем.

[3] Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Климент һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит.

[4] Раббыла һәр нәмәнән ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм, ҡыуаныс табығыҙ!

[5] Башҡаларға яғымлы булыуығыҙ бөтөн кешеләргә лә билдәле булһын. Раббы яҡынлаша.

[6] Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.

[7] Шулай булһа, һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе Ғайса Мәсих менән берлектә һаҡлар.

[8] Тағы ла, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, мөхәббәткә, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ.

[9] Минән өйрәнгән, отоп алған һәм ишетеп-күргәндәрегеҙҙең барыһын да башҡарығыҙ, шул ваҡытта именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.

[10] Һеҙҙең минең хаҡта яңынан ҡайғырта башлауығыҙға мөмкинлек тыуғанға Раббыға рәхмәтлемен. Әлбиттә, һеҙ элек тә минең хаҡта хәстәрлек күрергә теләнегеҙ, әммә мөмкинлегегеҙ сикле ине.

[11] Был хаҡта мин мохтажлығым булғандан әйтмәйем, сөнки булғаны менән ҡәнәғәтләнергә өйрәндем.

[12] Мин фәҡирлектә лә, муллыҡта ла йәшәй беләм: туҡмынмы йәки асмынмы, баймынмы, ярлымынмы – һәр ваҡыт һәм төрлө хәлдәрҙә лә ҡәнәғәт булырға өйрәндем.

[13] Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсих аша барыһын да булдыра алам.

[14] Шулай ҙа минең хәсрәттәремде уртаҡлашып һеҙ яҡшы эшләнегеҙ.

[15] Һеҙ үҙегеҙ, Филипта йәшәүселәр, беләһегеҙ, Һөйөнөслө Хәбәр таратып Македониянан киткәс, һеҙҙән башҡа бер генә имандаштар берҙәмлегенән дә хеҙмәтем өсөн матди ярҙам алманым.

[16] Һеҙ иһә, ихтыяжымды ҡәнәғәтләндереү өсөн, хатта Фессалоникала булған сағымда ла бер нисә тапҡыр ярҙам ебәрҙегеҙ.

[17] Быны мин бүләк өмөт иткәндән әйтмәйем, ә Алла алдында табыштарығыҙҙың һеҙҙең файҙаға ишәйеүен генә теләйем.

[18] Мин бөтөнөһөн дә, хатта артығы менән алдым. Епафродит аша һеҙ ебәргәндәрҙең барыһын да алдым һәм тулыһынса тәьмин ителдем. Улар хуш еҫле, Алла күңеленә ятышлы, Уға яраҡлы ҡорбан.

[19] Аллам һеҙҙең бар ихтыяждарығыҙҙы Ғайса Мәсих аша данлы байлығынан ҡәнәғәтләндерәсәк!

[20] Атабыҙ Аллаға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин.

[21] Ғайса Мәсих аша Алланың изге халҡының һәр береһен сәләмләгеҙ. Минең менән бергә булған имандаштарыбыҙ һеҙҙе сәләмләй.

[22] Һеҙҙе бөтөн имандаштар, бигерәк тә ҡайсар һарайында хеҙмәт итеүселәр сәләмләй.

[23] Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.

Филиптарға — Chapters