Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 4:07

[1] Әгәр Мәсих аша күңел күтәренкелеге табаһығыҙ икән, әгәр Уның мөхәббәте шатлыҡ килтерә икән, әгәр һеҙҙә Рух уртаҡлығы, шәфҡәтлелек һәм миһырбанлылыҡ бар икән,

[2] минең ҡыуанысымды тулыландырығыҙ: бер фекерҙә булығыҙ, мөхәббәтегеҙҙе уртаҡ итеп, бер маҡсат һәм бер ниәт менән йәшәгеҙ.

[3] Бер-берегеҙҙе уҙырға тырышып, дан артынан ҡыумағыҙ, киреһенсә, күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ.

[4] Һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә түгел, башҡалар хаҡында ла хәстәрлек күрһен.

[5] Бер-берегеҙгә ҡарата уй-фекерҙәрегеҙ Ғайса Мәсихтеке кеүек булһын.

[6] Ул булмышы менән илаһи булһа ла, Аллаға тиң булырға ынтылманы,

[7] бар өҫтөнлөктәренән Үҙ теләге менән баш тартып, ҡол рәүешендә, беҙҙең кеүек булып, кеше ҡиәфәтендә йәшәне.

[8] Үҙенең үлеменә тиклем, ул ғына ла түгел, арҡысаҡтағы үлемендә лә Үҙ-Үҙен түбән ҡуйҙы һәм тыңлаусан булды.

[9] Шуға күрә Алла тарафынан Ул барыһынан да юғары күтәрелде, Уға бөтөн исемдәрҙән бөйөгөрәк исем бирелде:

[10] Ғайса исеме алдында күктәгеләрҙең, ерҙәгеләрҙең һәм ер аҫтындағыларҙың бөтөнөһө лә теҙләнһен,

[11] Атабыҙ Алланың даны хаҡына һәр тел Ғайса Мәсихте Раббы тип таныһын.

[12] Ҡәҙерлеләрем, һеҙ мине янығыҙҙа булғанда ғына түгел, янығыҙҙа булмағанда ла һәр саҡ тыңланығыҙ. Хәҙер иһә, бигерәк тә үҙегеҙҙең ҡотолоу хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ.

[13] Эшмәкәрлегегеҙ өсөн Алла Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк тә, һәләт тә тыуҙыра.

[14] Һәр нәмәне зарланмай һәм бәхәсләшмәй генә башҡарығыҙ.

[15] Шул саҡта ғына аҙғын һәм боҙоҡ кешеләр араһында ғәйепһеҙ, Алланың саф һәм кәмселекһеҙ балалары булып, донъяла яҡтыртҡыс кеүек балҡырһығыҙ.

[16] Мәсих килер көндә көс һалыуым һәм хеҙмәтем юҡҡа булмаған икән тип ғорурлана алыуым өсөн тормош һүҙен вәғәзләгеҙ.

[17] Ҡорбан булараҡ Аллаға тәҡдим ителгән иманығыҙға һәм хеҙмәтегеҙгә өҫтәп хатта үҙ йәнемде бирһәм дә, мин ҡыуанам һәм бөтөнөгөҙ менән дә ҡыуанысымды уртаҡлашам.

[18] Һеҙ ҙә шулай уҡ ҡыуанығыҙ һәм ҡыуанысымды уртаҡлашығыҙ.

[19] Раббы Ғайса ярҙамы менән тиҙҙән һеҙгә Тимофейҙы ебәрермен тип өмөт итәм. Уның аша хәлдәрегеҙҙе белешеп, мин дә һеҙҙең кеүек үк күңелемде тынысландырыр инем.

[20] Һеҙҙең хаҡта уның кеүек ихлас күңелдән хәстәрлек күреүсе башҡа бер кемем дә юҡ.

[21] Башҡалар, Ғайса Мәсихкә инаныуға ҡарағанда, үҙ яғын нығыраҡ ҡайыра.

[22] Тимофейҙың тоғролоғо иһә һеҙгә билдәле: ул Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа миңә үҙ атаһына хеҙмәт иткән кеүек хеҙмәт итте.

[23] Шуға күрә, әлеге хәлемдең нисек булырын белгәс тә, уны шунда уҡ һеҙҙең янға ебәрермен тип өмөтләнәм.

[24] Үҙемдең дә тиҙҙән янығыҙға барып етеүемдә Раббының мөмкинлек биреренә ышанам.

[25] Мин мохтажлыҡ кисергәндә һеҙ ярҙамға ебәргән имандашым һәм хеҙмәттәшем, көрәштәшем Епафродитты кире ҡайтарыуҙы кәрәкле тип табам.

[26] Сөнки ул барығыҙҙы ла һағына, һәм, ҡаты ауырыуы тураһында ишетеүегеҙҙе белгәс, ныҡ күңелһеҙләнде.

[27] Епафродит, ысынлап та, ныҡ ауырып китте, хатта үлем хәлендә ине. Тик, ҡайғы өҫтөнә ҡайғы булһын тип, Алла тарафынан уға ғына түгел, миңә лә мәрхәмәт күрһәтелде.

[28] Шуға ла мөмкин тиклем тиҙерәк ҡайтарып ебәрәм, уны яңынан күреп һеҙ ҙә ҡыуанырһығыҙ, минең дә ҡайғым кәмер.

[29] Һеҙ уны, Раббылағы имандашығыҙ булараҡ, оло шатлыҡ менән ҡабул итегеҙ һәм уның кеүектәргә хөрмәт күрһәтегеҙ.

[30] Ул, хеҙмәтегеҙҙең етешмәгән яҡтарын еренә еткереү өсөн, үҙ ғүмерен Мәсих эше хаҡына ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үлемдән саҡ тороп ҡалды.

Филиптарға — Chapters