[1] Балалар, атай-әсәйҙәрегеҙгә Раббы теләгәнсә итәғәтле булығыҙ, сөнки ғәҙеллек шуны талап итә.
[2] «Атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт» – был Алла тарафынан бирелгән беренсе әмер. Ә әмергә өҫтәлгән вәғәҙәһе шул:
[3] «шулай эшләһәң, һинең өсөн яҡшы булыр һәм ерҙә оҙон ғүмерле булырһың».
[4] Ә һеҙ, атайҙар, балаларығыҙҙың күңелен ҡыймағыҙ, Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп, уларҙы тәрбиәле итеп үҫтерегеҙ.
[5] Ҡолдар, Мәсихкә итәғәтле булған кеүек, ерҙәге хужаларығыҙға ла ихтирамлы рәүештә һәм ҡурҡыу аша ихлас күңелдән итәғәтле булығыҙ.
[6] Һеҙ быны кеше алдында күрһәтеү өсөн ярамһаҡланыусылар кеүек түгел, ә ысын күңелдән, Алла ихтыярын үтәп, Мәсихтең ҡолдары булараҡ башҡарығыҙ.
[7] Кешеләргә түгел, ә Раббыға хеҙмәт иткән кеүек тырышлыҡ күрһәтегеҙ.
[8] Раббының һәр кемгә – ҡолға ла, ирекле кешегә лә эшләгән яҡшылыҡтары өсөн әжер бирәсәген беләһегеҙ.
[9] Һеҙ ҙә, хужалар, ҡолдарға ҡарата шундай уҡ мөғәмәләлә булығыҙ, янауҙарҙан тыйылығыҙ. Һеҙҙең дә, уларҙың да Хужаһы күктә булыуын беләһегеҙ, ә Уның өсөн иһә бөтөнөһө лә бер тигеҙ.
[10] Тағы ла шуны өҫтәп әйтәм: Раббы менән тығыҙ бәйләнештә булыуығыҙ аша, Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.
[11] Иблистең мәкерле ниәттәренә ҡаршы тора алыу өсөн Алланың бөтөн төр ҡоралдарына кейенегеҙ.
[12] Беҙ кешеләргә ҡаршы түгел, ә ошо донъя ҡараңғылығының етәкселәренә, хакимдарына, хужаларына һәм күктәге шаҡшы рухи көстәргә ҡаршы көрәшәбеҙ.
[13] Ҡара көндәрҙә дошманға ҡаршылыҡ күрһәтеп, бөтөнөһөн еңгәнгә тиклем бирешмәҫ өсөн, Алла ҡоралдарының бөтөн төрҙәренә кейенегеҙ.
[14] Шулай итеп, билдәрегеҙҙе хәҡиҡәт билбауы менән быуып, тәҡүәлектең тимер кейемен кейеп, сафҡа тороғоҙ.
[15] Именлек тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәзләүгә әҙерлегегеҙҙе аяҡ кейеме итеп кейегеҙ.
[16] Ҡулдарығыҙҙа һәр саҡ иман ҡалҡанын тотоғоҙ, уның ярҙамында Иблистең утлы уҡтарын һүндерә алырһығыҙ.
[17] Ҡотҡарыуҙы тимер башлыҡ итеп кейегеҙ һәм Рух ҡылысын – Алла һүҙен алығыҙ.
[18] Һәр төрлө доға һәм үтенес менән изге Рухтың көсө аша һәр ваҡыт Аллаға мөрәжәғәт итегеҙ. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн даими рәүештә, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.
[19] Һөйөнөслө Хәбәрҙең серен тәүәккәл белдереүемде теләп, һөйләгән саҡта кәрәкле һүҙҙәр табылып торһон тип, минең өсөн дә доға ҡылығыҙ.
[20] Доғаларығыҙҙа мин тотҡонлоҡта ла Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына илселек итеп, тейешенсә ҡыйыулыҡ менән вәғәзләй алыуымды һорағыҙ.
[21] Минең хәлдәрем һәм эштәрем тураһында ҡәҙерле имандашыбыҙ һәм Раббы хеҙмәтендә тоғро хеҙмәттәшебеҙ Тихик барыһын да һөйләп бирер.
[22] Беҙҙең хаҡта хәбәрҙар булыуығыҙ һәм күңелдәрегеҙҙе йыуатһын өсөн, мин Тихикты янығыҙға ебәрәм.
[23] Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән имандаштарыбыҙға именлек һәм иманлы мөхәббәт булһын.
[24] Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте бөтмәҫ һөйөү менән яратыусыларҙың бөтөнөһөнә лә Алланың мәрхәмәте булһын.