Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 4:03

[1] Алланың ҡәҙерле балалары булараҡ, Уға оҡшарға тырышығыҙ.

[2] Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.

[3] Алланың изге халҡы кеүек йәшәгеҙ, аҙғынлыҡ, шаҡшылыҡ, һәм һәр төрлө ҡомһоҙлоҡ тураһында арағыҙҙа һүҙ ҙә булырға тейеш түгел.

[4] Оятһыҙ, аңһыҙ, шулай уҡ төртмә һүҙҙәр һөйләгәнсе, Аллаға рәхмәт ҡылығыҙ.

[5] Шуны белегеҙ: бер ниндәй аҙғын да, шаҡшы ла, ҡомһоҙ (йәғни ялған илаһтарға табыныусылар) ҙа кеше Мәсих һәм Алла батшалығынан өлөш ала алмай.

[6] Бер кем дә буш һүҙҙәр менән башығыҙҙы бутамаһын, сөнки улар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алланың асыуы төшә лә инде.

[7] Ундайҙар менән бергә булмағыҙ.

[8] Һеҙ ҡасандыр ҡараңғылыҡ инегеҙ, ә хәҙер, Раббыныҡы булғанға, яҡтылыҡһығыҙ. Артабан да яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ.

[9] Яҡтылыҡ емеше һәр төрлө изгелектән, ғәҙеллектән һәм хәҡиҡәттән тора.

[10] Раббыға хуш килгән нәмәләрҙе айыра белегеҙ.

[11] Ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә ҡатнашмағыҙ, киреһенсә, уларҙы фаш итегеҙ.

[12] Ундайҙарҙың йәшерен рәүештә ҡылғандары тураһында һөйләргә лә оят.

[13] Ләкин бөтөн йәшерен нәмәләр ҙә яҡтылыҡта фаш ителә,

[14] ә яҡтылыҡта асылған бар нәмә үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә: «Йоҡоға талған кеше, уян һәм үленән терел! Һине Мәсих балҡытыр!» – тип әйтелгән.

[15] Тормошта уяу булығыҙ, аҡылһыҙҙар кеүек түгел, ә аҡыл эйәләре кеүек йәшәгеҙ.

[16] Ваҡытығыҙҙы яҡшы эштәр башҡарыу өсөн файҙаланығыҙ, сөнки яман заманда йәшәйбеҙ.

[17] Шуға күрә аңһыҙ булмағыҙ һәм Раббы ихтыярын аңлағыҙ.

[18] Шарап эсеп иҫермәгеҙ, сөнки ул боҙоҡлоҡҡа килтерә, киреһенсә, Изге Рух менән һуғарылығыҙ.

[19] Бер-берегеҙ менән мәҙхиәләр, маҡтау шиғырҙары һәм Изге Рух менән илһамландырылған йырҙар аша аралашығыҙ, күңелегеҙҙә Раббыны данлап йырлағыҙ,

[20] бөтөн нәмә өсөн дә һәр ваҡыт Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме аша Атабыҙ Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.

[21] Мәсихкә ихтирам йөҙөнән бер-берегеҙгә буйһоноғоҙ.

[22] Ҡатындар, ирҙәрегеҙгә Раббыға буйһонған кеүек буйһоноғоҙ,

[23] сөнки Мәсих имандаштар берҙәмлегенең Башы булған кеүек, ир – ҡатынының башы, Мәсих иһә Үҙ тәне булған берҙәмлектең ҡотҡарыусыһы.

[24] Имандаштар берҙәмлеге Мәсихкә буйһонған кеүек, ҡатындар ҙа һәр тарафтан ирҙәренә буйһонһон.

[25] Ирҙәр, Мәсих берҙәмлекте яратҡан һәм Уның өсөн Үҙен ҡорбан иткән кеүек, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ.

[26] Ул берҙәмлекте изгеләндереү өсөн Үҙен ҡорбан итте һәм һүҙ аша һыу менән таҙарындырҙы.

[27] Быны Ул имандаштар берҙәмлеген бөтә шөһрәтендә, бер ниндәй тапһыҙ, йыйырсыҡһыҙ һәм башҡа төрлө етешһеҙлектәре булмаған, йәғни изге һәм кәмселекһеҙ итеп Үҙенең алдына килтереү өсөн эшләне.

[28] Шулай уҡ ирҙәр үҙ тәнен нисек ярата, ҡатынын да шулай яратырға тейеш. Ҡатынын яратҡан ир үҙен ярата.

[29] Бер кем дә бер ҡасан да үҙ тәненә нәфрәтле булмай, киреһенсә, Мәсих берҙәмлекте хәстәрләгән кеүек, туҡландыра һәм ҡайғырта.

[30] Беҙ бит – Уның тәненең ағзалары.

[31] Шуға күрә «ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм икеһе бер тән булырҙар».

[32] Бының сере бөйөк: был һүҙҙәрҙе мин Мәсихкә һәм имандаштар берҙәмлегенә ҡарата әйтәм.

[33] Шулай итеп, һеҙҙең һәр берегеҙ ҡатынын үҙ-үҙен яратҡан кеүек яратһын, ә ҡатын иһә ирен хөрмәт итһен.

Ефестарға — Chapters