Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 3:10

[1] Тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итәсәк Ғайса Мәсих Батша булып килер, шуға күрә Аллабыҙ һәм Ғайса Мәсих алдында һинән талап итәм:

[2] Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ла, уңайһыҙ ҙа ваҡытта эшләргә әҙер тор, гонаһтарҙы фаш ит, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә.

[3] Шундай ваҡыт килер, хаҡ тәғлимәтте тыңламайынса, фәҡәт үҙҙәренең күңеленә ятҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән вәғәзләүселәрҙе үҙ теләктәре буйынса һайлап алырҙар;

[4] улар хәҡиҡәтте инҡар итеп, уйҙырма хәбәрҙәр тыңлар.

[5] Һин бөтөн нәмәгә лә һиҙгер, ҡайғыларға түҙемле бул, Һөйөнөслө Хәбәр вәғәзләүеңде дауам ит, хеҙмәтеңде камил рәүештә башҡар.

[6] Минең ҡаным оҙаҡламай ҡорбан булып түгелер, был донъянан китер ваҡытым етте.

[7] Мин яҡшы көрәш алып барҙым, аҙағына тиклем был юлды үтеп, иманымды һаҡланым;

[8] ә хәҙер хаҡлыҡтың еңеү тажы көтә. Уны, көнө еткәс, ғәҙел Хөкөмдар Раббы тапшырасаҡ, миңә генә түгел, Уның килеүен һағынып көткәндәрҙең бөтөнөһөнә лә бирер.

[9] Минең янға мөмкин тиклем тиҙерәк килергә тырыш,

[10] сөнки Димас был донъяны өҫтөн күреп, мине ташлап Фессалоникаға юлланды, Крискент – Галатияға, Тит Далматияға китте,

[11] янымда Лука бер үҙе генә ҡалды. Үҙең менән бергә Маркты ла алып кил, ул миңә хеҙмәтемдә ярҙам итә алыр.

[12] Тихикты мин Ефесҡа ебәрҙем.

[13] Килгән саҡта Троада ҡалаһында Карптарҙа ҡалдырған сәкмәнемде һәм яҙмаларымды, бигерәк тә күнгә яҙылғандарын, алып кил.

[14] Баҡыр ҡойоу оҫтаһы Искәндәр миңә күп яуызлыҡ эшләне. Раббы уға ҡылған эштәренә ҡарап түләр.

[15] Һин үҙең дә унан һаҡлан, сөнки ул беҙ һөйләгәндәргә ҡырҡа ҡаршы килгәйне.

[16] Хөкөм алдында тәү тапҡыр яуап тотҡанда, янымда береһе лә булманы, бөтөнөһө лә ташлап китте. Был уларға ғәйеп һаналмаһын.

[17] Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы.

[18] Раббы мине бөтөн яуызлыҡтарҙан йолоп алыр һәм Үҙенең Күктәге Батшалығы өсөн һаҡлар. Уға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин.

[19] Прискилла менән Акилаға һәм Онисифорҙар ғаиләһенә сәләмемде тапшыр.

[20] Ераст Коринфта ҡалды; ауырып киткән Трофимды мин Милитта ҡалдырҙым.

[21] Ҡыш еткәнсе килергә тырыш. Һиңә Еввул, Пуд, Лин, Клавдия һәм башҡа имандаштарың да сәләм ебәрә.

[22] Раббыбыҙ һинең рухың менән. Уның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.

2 Тимофейға — Chapters