Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 2:31

[1] Һин шуны бел: ахырызаман килгәндә ауыр ваҡыттар етер.

[2] Үҙҙәрен генә яратҡан, аҡсаға табынған, тәкәббер, һауалы, әсе телле, ата-әсәһенә буйһонмаған, изгелекте баһалай белмәгән, тәҡүәһеҙ,

[3] ҡаты бәғерле, кеше менән һыйыша алмаған, яла яғыусан, тотанаҡһыҙ, аяуһыҙ, яҡшылыҡҡа нәфрәтле,

[4] хыянатсыл, дыуамал, ҡупыҡ, Алланы яратыуға ҡарағанда кәйеф-сафаға нығыраҡ бирелгән,

[5] Аллаға ихлас табынған булып күренеп, иман көсөн кире ҡаҡҡан кешеләр артыр. Ундайҙарҙан алыҫ тор.

[6] Ундайҙар өйҙәргә шым ғына үтеп инә һәм гонаһҡа батҡан, төрлө кәйеф-сафаға бирелгән бисәләрҙе үҙенә ылыҡтыра.

[7] Бындай ҡатындар һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтыла, әммә бер ваҡытта ла хәҡиҡәткә төшөнә алмай.

[8] Ианний менән Иамврий Муса пәйғәмбәргә ҡарышҡан кеүек, ошо аҡылдары боҙоҡ, ялған иманлы кешеләр ҙә хәҡиҡәткә ҡаршы сыға.

[9] Әммә улар ҙур уңышҡа өлгәшә алмаҫ, сөнки уларҙың аҡылһыҙлығы, тегеләрҙеке кеүек үк, барыһына ла асылыр.

[10] Ә һин минең өйрәтеүемдә лә, йәшәйешемдә, маҡсатымда, иманымда, сабырлығымда, мөхәббәттә, ҡаҡшамаҫлыҡта ла минән өлгө алдың.

[11] Антиохияла, Иконияла, Листрала эҙәрлекләүҙәргә һәм ғазаптарға дусар булыуымды беләһең бит. Ниндәй эҙәрлекләүҙәр аша үттем, барыһынан да Раббы мине ҡотҡарҙы!

[12] Әйткәндәй, Ғайса Мәсих менән берлектә булған тормош алып барырға, ысын иман менән йәшәргә теләгәндәрҙең бөтөнөһө лә эҙәрлекләнер.

[13] Яуыздар һәм алдаҡсылар иһә, үҙҙәре лә яңылышып, кешеләрҙе лә юлдан яҙҙырып, уҫалланғандан-уҫаллана барыр.

[14] Ә һин, эйә булған һәм инанған тәғлимәтеңде кемдән өйрәнгәнеңде белеп, артабан дауам ит.

[15] Өҫтәүенә, Изге Яҙмаларҙы һин бала саҡтан уҡ беләһең бит, Ғайса Мәсихкә инаныу аша ҡотолорға улар һиңә аҡыл бирер.

[16] Изге Яҙма тотош Алла тарафынан рухландырылған һәм өйрәтеү, фашлау, төҙәтеү, хаҡ тормош өсөн тәрбиәләүгә файҙалы,

[17] шулай итеп, Алла кешеһе барыһына ла маһир һәм бөтөн яҡшы эшкә лә әҙер.

2 Тимофейға — Chapters