[1] Был хәлдәрҙең ҡасан һәм ҡайһы ваҡытта буласағы тураһында яҙыуҙың кәрәге юҡ, имандаштар,
[2] сөнки һеҙ Раббы көнөнөң, төндә ингән ҡараҡ кеүек, көтмәгәндә етәсәген яҡшы беләһегеҙ.
[3] Кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән саҡта уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл ғоманлы ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек үк ҡотолғоһоҙ.
[4] Әммә һеҙ ҡараңғылыҡта түгел, имандаш туғандар, был көн һеҙгә көтмәгәндә баҫып ингән ҡараҡ һымаҡ килмәйәсәк.
[5] Һеҙ бөтәгеҙ ҙә яҡтылыҡ һәм көн балалары, беҙ төн һәм ҡараңғылыҡ балалары түгел.
[6] Шуға күрә башҡалар кеүек йоҡлап ятмайыҡ, уяу һәм айыҡ булайыҡ.
[7] Йоҡлаусылар төндә йоҡлай, эскеселәр төндә эсеп иҫерешә.
[8] Ә беҙ, көн балалары булараҡ, айыҡ булайыҡ, иман һәм мөхәббәтте – тимер кейем, ә ҡотолоуға өмөтөбөҙҙө тимер башлыҡ итеп кейәйек.
[9] Алла беҙҙе Үҙенең асыуына дусар итеү өсөн түгел, ә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләне.
[10] Беҙ иҫән булһаҡ та, үлем йоҡоһона талһаҡ та, Уның менән бергә йәшәй алыуыбыҙ өсөн Ул Үҙен ҡорбан итте.
[11] Шуның өсөн бер-берегеҙҙе тынысландырығыҙ һәм, әлеге һымаҡ уҡ өгөтләп, ышаныс өҫтәгеҙ.
[12] Имандаштар, арағыҙҙа тырышып хеҙмәт итеүселәрҙе, берҙәмлек менән Раббы исеменән етәкселек итеүсе һәм өгөт-нәсихәт биреүселәрҙе хөрмәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
[13] Хеҙмәттәре өсөн уларға айырыуса оло ихтирам күрһәтегеҙ һәм уларҙы яратығыҙ; үҙ-ара тыныс йәшәгеҙ.
[14] Имандаштар, һеҙҙән һорайбыҙ, эшләмәй ултырғандарға аҡыл өйрәтегеҙ, ҡыйыуһыҙҙарҙы рухландырығыҙ, хәлһеҙҙәргә таяныс булығыҙ, бөтөнөһөнә ҡарата ла сабырлыҡ һаҡлағыҙ.
[15] Яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап биреүгә берегеҙгә лә юл ҡуймағыҙ; һәр ваҡыт үҙ-ара һәм бөтөнөһөнә лә яҡшылыҡ эшләгеҙ.
[16] Һәр ваҡыт көр күңелле булығыҙ,
[17] гел доға ҡылығыҙ.
[18] Ниндәй генә хәлдә булһағыҙ ҙа, рәхмәтле булығыҙ: һеҙгә, Ғайса Мәсихтекеләргә, Алла ихтыяры шундай.
[19] Изге Рухты томаламағыҙ.
[20] Пәйғәмбәрлек һүҙҙәренә кәмһетеп ҡарамағыҙ.
[21] Аллананмы, түгелме икәнен белеү өсөн барыһын һынағыҙ, яҡшылыҡты тотоғоҙ.
[22] Һәр төр яуызлыҡтан ары йөрөгөҙ.
[23] Алла Үҙе именлек сығанағы, һеҙҙе тулыһынса изгеләштерһен. Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килеүгә бөтөн булмышығыҙ: рухығыҙ ҙа, йәнегеҙ ҙә, тәнегеҙ ҙә саф көйө һаҡланһын.
[24] Һеҙҙе Саҡырыусы быны эшләйәсәк, сөнки Ул тоғро.
[25] Имандаштар, беҙҙең хаҡҡа доға ҡылығыҙ.
[26] Бар имандаштарығыҙҙы изге үбеү менән сәләмләгеҙ.
[27] Раббы исеме менән талап итәм: был хатты барлыҡ имандаштарға ла уҡығыҙ.
[28] Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.