[1] Һеҙ үҙегеҙ беләһегеҙ бит, имандаштар, янығыҙға барып килеүебеҙ файҙаһыҙ булманы.
[2] Белеүегеҙсә, бынан алда Филипта ғазап сигеп мәсхәрә аша үтһәк тә, беҙ, Аллабыҙҙан ҡыйыулыҡ алып, ҡаршылыҡтарға ҡарамай, Һөйөнөслө Хәбәрҙе һеҙгә еткерҙек.
[3] Беҙҙең саҡырыуҙа яңылышлыҡ та, ҡара ниәт тә, ялған да юҡ.
[4] Һөйләгәндә кешеләргә ярарға тырышып түгел, ә йөрәктәребеҙҙе һынаусы һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа беҙҙе лайыҡлы тип тапҡан Алла ихтыярынан сығып эш итәбеҙ.
[5] Белеүегеҙсә, алдығыҙҙа беҙ бер ҡасан да ярамһаҡланманыҡ, үҙ мәнфәғәтебеҙҙән сығып эш итмәнек. Алла Үҙе шаһит!
[6] Кешеләрҙән – һеҙҙән дә, башҡаларҙан да данлау көтмәнек.
[7] Мәсихтең илселәре булараҡ, үҙебеҙҙең абруйҙы тулыһынса файҙалана ала инек, ләкин, әсә кеше үҙ сабыйҙарына ҡарата хәстәрлекле булған кеүек, беҙ ҙә һеҙгә ҡарата яғымлылыҡ һаҡланыҡ.
[8] Һеҙ беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле булғанлыҡтан, һеҙгә Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен еткереү генә түгел, ғүмеребеҙҙе бирергә лә әҙер инек. Һеҙҙе шул тиклем ныҡ яраттыҡ.
[9] Һеҙ иһә, имандаштар, беҙҙең ниндәй хеҙмәт һәм көс һалыуыбыҙҙы хәтерләйһегеҙ: һеҙгә Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен таратҡан саҡта, берегеҙгә лә ауырлыҡ һалмаҫҡа тырышып, көнө-төнө эшләнек.
[10] Һеҙҙең – иман тотоусылар алдында, үҙебеҙҙе ни тиклем намыҫсан, ғәҙел һәм эскерһеҙ тотоуыбыҙға һеҙ ҙә, Алла Үҙе лә шаһит.
[11] Атай кеше үҙ балаларына нисек булһа, беҙҙең дә һәр берегеҙгә ҡарата шулай булғанлығыбыҙҙы беләһегеҙ,
[12] Үҙ батшалығына һәм данына саҡырыусы Аллаға лайыҡ булырлыҡ итеп йәшәргә өндәп, ышандырып, һеҙҙе өгөтләп йөрөнөк.
[13] Беҙҙән ишеткән Алла һүҙен кешенән килгән хәбәр итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шул көйө – Алла һүҙе итеп ҡабул итеүегеҙ өсөн дә Аллаға һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ. Ул һүҙ һеҙҙә, иман юлындағыларҙа, үҙ эшен алып бара.
[14] Имандаштар, һеҙ ҙә Ғайса Мәсихтең Йәһүҙиәлә урынлашҡан Алла берҙәмлектәре кеүек булдығыҙ, сөнки, улар йәһүдтәрҙән яфа сиккән кеүек, һеҙ ҙә үҙ милләттәштәрегеҙҙән ыҙа күрҙегеҙ.
[15] Йәһүдтәр Раббы Ғайсаны ла, пәйғәмбәрҙәрҙе лә үлтерҙе, беҙҙе лә ҡыуып ебәрҙеләр. Улар Аллаға ла ярамай, кешеләрҙең дә барыһына ла ҡаршы.
[16] Беҙ, ҡотола алһындар өсөн, мәжүсиҙәргә аңлатырға тырышабыҙ, ә йәһүдтәр беҙгә ҡамасаулай, шуның өсөн дә улар үҙ гонаһтарының үлсәмен һәр ваҡыт ишәйтә бара һәм Алла нәфрәте улар өҫтөндә ята.
[17] Ә беҙ, имандаштар, аҙ ғына ваҡытҡа айырылышып торһаҡ та, күңелдәребеҙ менән гел бергә булдыҡ һәм күрешергә ҙур теләк менән ынтылып торҙоҡ.
[18] Янығыҙға барырға теләнек. Мин, Павел, үҙем дә бер нисә тапҡыр һеҙҙең янға барырға ынтылдым, ләкин Иблис беҙгә ҡамасауланы.
[19] Раббыбыҙ Ғайса килгән саҡта кем беҙҙең өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ һәм маҡтау тажыбыҙ булыр һуң? Һеҙ түгелме ни?
[20] Һеҙ – беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм ҡыуанысыбыҙ бит.