Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 3:40

[1] Ҡәҙерлеләрем! Һәр бер рухҡа ышанмағыҙ, әммә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп.

[2] Алла Рухын һеҙ былай танырһығыҙ: Ғайса Мәсихтең кеше булараҡ килгәнлеген таныусы һәр рух Алланан була.

[3] Ғайсаны танып белмәгән бер рух та Алланан түгел, ул – һеҙ уның килере тураһында ишеткән һәм хәҙер инде донъяла булған Мәсих дошманының рухы.

[4] Һеҙ иһә, балаларым, Алланан, һәм һеҙ ялған пәйғәмбәрҙе еңдегеҙ, сөнки һеҙҙәге Алла Рухы донъяла булған рухтан ҙурыраҡ.

[5] Улар был донъяныҡы, шуға күрә донъя һөйләшкән телдә һөйләйҙәр, һәм донъя кешеләре уларҙы тыңлай.

[6] Беҙ – Алланан. Алланы танып белеүсе беҙҙе тыңлай. Алланан булмағандар иһә беҙҙе тыңламай. Шуның аша беҙ хәҡиҡәт Рухын һәм ялғанлыҡ рухын таныйбыҙ.

[7] Ҡәҙерлеләрем! Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки мөхәббәт Алланан килә. Һәр яратыусы Алланан тыуған һәм Алланы танып белә.

[8] Яратмаусы Алланы танып белмәй, сөнки Алла – мөхәббәт ул.

[9] Алла беҙгә мөхәббәтен бына нисек күрһәтте: Ул Үҙенең берҙән-бер Улын, Уның аша беҙгә тормош булһын өсөн, донъяға ебәрҙе.

[10] Мөхәббәт шунан ғибәрәт: беҙ Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, бәлки, Уның беҙҙе яратыуында һәм гонаһтарыбыҙҙың кисерелеүенә килтереүсе ҡорбан итеп Үҙенең Улын ебәреүендә.

[11] Ҡәҙерлеләрем, Алла беҙҙе шулай яратҡан икән, беҙ ҙә бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ.

[12] Алланы бер кем һис ҡасан күрмәгән. Әгәр бер-беребеҙҙе яратабыҙ икән, Алла беҙҙә йәшәй һәм Уның мөхәббәте беҙҙә камиллашҡан була.

[13] Беҙҙең Аллала булыуыбыҙҙы һәм Уның беҙҙә булыуын Уның беҙгә биргән Үҙ Рухынан беләбеҙ.

[14] Ата Үҙенең Улын донъяны Ҡотҡарыусы итеп ебәргәнен беҙ күрҙек һәм быға шаһитлыҡ ҡылабыҙ.

[15] Кем дә кем Ғайсаның Алла Улы булыуын таный, ул кешелә Алла бар һәм ул үҙе лә Аллала.

[16] Беҙ Алланың беҙгә булған мөхәббәтен таныныҡ һәм уға инандыҡ. Алла – мөхәббәт. Мөхәббәттә йәшәүсе Аллала булыр һәм Алла унда булыр.

[17] Шулай итеп, мөхәббәтебеҙ камиллашты, һәм беҙ хөкөм көнөн ышаныс менән ҡаршыларбыҙ, сөнки Ғайса ниндәй булһа, беҙ ҙә был донъяла шундайбыҙ.

[18] Мөхәббәттә ҡурҡыу юҡ, камил мөхәббәт ҡурҡыуҙы ҡыуа. Ҡурҡыу яза менән бәйле һәм кем ҡурҡа, ул мөхәббәттә камиллыҡҡа өлгәшмәгән әле.

[19] Беҙ яратабыҙ, сөнки беренсе булып беҙҙе Алла яратты.

[20] Әгәр берәү: «Мин Алланы яратам», – тиһә, ә үҙе имандашына нәфрәтләнһә, ул – ялғансы. Үҙе күргән имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай.

[21] Алла беҙгә: «Алланы яратҡан кеше үҙенең туғанын да яратһын», – тип әмер бирҙе.

1 Яхъя — Chapters