[1] Ҡарағыҙ, Ата беҙҙе ҡайһылай ныҡ яратҡан: беҙҙе «Алла балалары» тип атайҙар! Эйе, беҙ – Уның балалары. Ә донъя, Алланы танымағанға күрә, беҙҙе лә белмәй.
[2] Ҡәҙерлеләрем, беҙ хәҙер Алла балалары, әммә ниндәй буласағыбыҙ асылманы әле. Шуны ғына беләбеҙ: Мәсих килгәндә, беҙ Уға оҡшаш булырбыҙ, сөнки ысынында Ул ниндәй булһа, беҙ Уны шундай итеп күрербеҙ.
[3] Уға ошо өмөттө бағлаған һәр кем, Мәсих пак булған кеүек, үҙен пакландыра.
[4] Гонаһ ҡылған һәр кем Алла ҡанунын боҙа: гонаһ бит ул – ҡанунһыҙлыҡ.
[5] Мәсихтең кеше гонаһтарын алып китер өсөн килеүен һеҙ беләһегеҙ. Ә Уның Үҙендә гонаһ юҡ.
[6] Мәсихтә йәшәүсе бер кем дә гонаһ ҡылмай. Гонаһ ҡылыусы иһә Мәсихте күрмәгән һәм Уны танымаған.
[7] Балаларым, һеҙҙе һис кем алдамаһын. Хаҡ эш иткән кеше Мәсих кеүек үк хаҡ була.
[8] Гонаһ ҡылыусы иһә Иблистән, сөнки Иблис тәүҙән үк гонаһ ҡыла. Ә Алла Улы нәҡ Иблис эштәрен емерергә килде.
[9] Алланан тыуған гонаһ ҡылмай, сөнки унда Алла орлоғо бар. Ул гонаһ ҡыла алмай, сөнки ул Алланан тыуған.
[10] Алла балалары һәм Иблис балалары былай таныла: хаҡ эш итмәгән, шулай уҡ үҙенең имандашын яратмаған һәр кем Алланан түгел.
[11] Бына был иһә һеҙ тәүҙән үк ишеткән Хәбәр: беҙ бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ.
[12] Беҙгә Иблистән булған һәм үҙенең ҡустыһын үлтергән Ҡабил кеүек булырға ярамай. Ул ни өсөн ҡустыһын үлтергән? Сөнки Ҡабилдың эштәре яуыз, ә ҡустыһыныҡы хаҡ булған.
[13] Имандаштарым, шуның өсөн, донъя һеҙгә нәфрәтләнә икән, быға ғәжәпләнмәгеҙ.
[14] Беҙ үлемдән тормошҡа күскәнебеҙҙе беләбеҙ, сөнки имандаштарыбыҙҙы яратабыҙ. Яратмаған кеше үлем хакимлығында тора.
[15] Үҙенең имандашына нәфрәтләнгән һәр кем кеше үлтереүсе ул. Ә кеше үлтереүсенең мәңгелек тормошо булмағанын һеҙ беләһегеҙ.
[16] Беҙ мөхәббәтте шулай танып белдек: Мәсих Үҙенең йәнен беҙҙең өсөн бирҙе. Беҙ ҙә имандаштарыбыҙ өсөн йәнебеҙҙе бирергә әҙер торорға тейешбеҙ.
[17] Етеш йәшәп һәм имандашының мохтажлығын күрә тороп, уға шәфҡәт күрһәтмәгән кешелә Алла мөхәббәтенә урын булырмы?
[18] Балаларым, һүҙ һәм тел менән түгел, эштәребеҙ менән ихлас яратайыҡ.
[19] Шулай итеп беҙ үҙебеҙҙең хәҡиҡәткә ҡарауыбыҙҙы белербеҙ һәм йөрәктәребеҙҙе Алла ҡаршыһында тынысландыра алырбыҙ,
[20] сөнки, йөрәгебеҙ беҙҙе ниҙәлер ғәйепләһә, беләбеҙ. Ул беҙҙең йөрәгебеҙҙән ҙурыраҡ һәм бөтә нәмәне белә.
[21] Ҡәҙерлеләрем! Әгәр ҙә йөрәгебеҙ беҙҙе ғәйепләмәй икән, Алла янына ышаныс менән бара алабыҙ
[22] һәм Унан ни һораһаҡ та алырбыҙ, сөнки Уның әмерҙәрен үтәйбеҙ, Уның күңеленә хуш килгән эштәр ҡылабыҙ.
[23] Ә Уның әмере шунан ғибәрәт: беҙ Уның Улы Ғайса Мәсихкә инанырға һәм Ул биргән әмер буйынса бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ.
[24] Алланың әмерҙәрен үтәүсе Унда йәшәй һәм Алла Үҙенең әмерҙәрен үтәүселәрҙә йәшәй. Уның беҙҙә йәшәүен иһә Алланың беҙгә биргән Рухы арҡаһында белербеҙ.