[1] Етәкселәргә һәм хакимлыҡҡа буйһонорға һәм уларҙы тыңларға, һәр төрлө яҡшы эшкә әҙер торорға кәрәклеген иман тотоусыларҙың иҫтәренә төшөрөп тор,
[2] шулай уҡ кешене яманламаҫҡа, ә тыныслыҡты һөйөргә, иғтибарлы һәм бөтөн кешеләргә ҡарата ла бик илгәҙәк булырға өйрәт.
[3] Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек.
[4] Ҡотҡарыусыбыҙ Алла иһә Үҙенең яҡшылығын һәм кешеләргә ҡарата мөхәббәтен күрһәткәндә
[5] беҙҙе ҡылған ғәҙел эштәребеҙ өсөн түгел, ә Үҙенең шәфҡәте арҡаһында ҡотҡарҙы, яңы тормош өсөн һыу менән таҙарындыртты, Изге Рух менән яңыртты.
[6] Был Рухты Ул Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих аша өҫтөбөҙгә мул яуҙырҙы,
[7] беҙ Уның мәрхәмәте менән аҡланып, үҙебеҙ өмөт иткән мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн шулай эшләне.
[8] Был һүҙҙәр хаҡ, Аллаға ышаныусылар үҙҙәрен яҡшы эштәргә бағышларға тырышһын өсөн, мин ошо һүҙҙәргә айырыуса баҫым яһап һөйләүеңде теләйем. Был бөтөнөһө өсөн дә яҡшы һәм файҙалы.
[9] Буштан һүҙ көрәштереүҙән, шәжәрәлә соҡсоноуҙан, ыҙғыш-талаштан һәм ҡанун тураһындағы бәхәстәрҙән алыҫ тор, сөнки уларҙың файҙаһы ла, мәғәнәһе лә юҡ.
[10] Бер-ике тапҡыр иҫкәрткәндән һуң да үҙенең бәхәстәре менән ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырған кешенән баш тарт.
[11] Ундай кешенең боҙоҡлоҡ ҡылыусы һәм гонаһ эшләүсе икәнен беләһең бит, бының менән ул үҙ-үҙен хөкөмгә дусар итә.
[12] Һинең яныңа Артемды йәки Тихикты ебәргәс, үҙең минең эргәмә Никополгә килергә ашыҡ, ҡышты мин унда үткәрәсәкмен.
[13] Ҡанун белгесе Зина менән Аполлосты, бер нәмәгә лә мохтаж булмаҫлыҡ итеп, юлға оҙатыу хәстәрлеген күр.
[14] Беҙҙекеләр ҙә, ғүмерҙәре заяға уҙмаһын өсөн, башҡаларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп, үҙҙәрен изге эштәргә бағышлап өйрәнһендәр.
[15] Минең менән бергә булғандарҙың бөтөнөһө лә һине сәләмләй. Иманлы булған, беҙҙе яратҡан барыһына ла сәләм тапшыр. Мәрхәмәт һеҙҙең һәммәгеҙ менән дә булһын.