[1] Байҙар, ә хәҙер һеҙ тыңлағыҙ! Өҫтөгөҙгә бәлә-ҡаза ябырылып килә, шуның өсөн үкһеп илағыҙ.
[2] Һеҙҙең байлығығыҙ серегән, кейемдәрегеҙҙе көйә ашаған.
[3] Алтын-көмөштәрегеҙ тутыҡҡан. Уларҙың тутығы һеҙгә ҡаршы дәлил булыр һәм тәнегеҙҙе ут кеүек ашар. Һеҙ хазинағыҙҙы ошо донъяның һуңғы көндәрендә тупланығыҙ.
[4] Баҫыуҙарығыҙҙа эшләүселәр һеҙҙең өсөн уңыш йыйҙы, һеҙ иһә уларҙы эш хаҡы түләмәй алданығыҙ. Тыңлағыҙ – хаҡы түләнмәгән хеҙмәт ҡысҡыра. Ураҡсыларҙың ҡысҡырышыуы сикһеҙ Ҡөҙрәтле Раббы ҡолағына барып етте.
[5] Ерҙә саҡта һеҙ ләззәт кисереп, кәйеф-сафа ҡороп йәшәнегеҙ, ә һуйылыу көнөгөҙ килеүгә үҙегеҙҙе һимерттегеҙ.
[6] Һеҙ ғәйепһеҙҙе хөкөм иттегеҙ һәм үлтерҙегеҙ: ул һеҙгә ҡаршылашманы.
[7] Имандаштарым, Раббы килгәнгә тиклем сабыр булығыҙ. Ерҙең ҡиммәтле уңыш биререн көткән игенсегә ҡарағыҙ: көҙгө һәм яҙғы ямғырҙар яуыуын ниндәй сабырлыҡ менән көтә ул!
[8] Һеҙ ҙә шулай сабыр булығыҙ, күңелегеҙҙе нығытығыҙ, сөнки Раббы киләсәк көн яҡын.
[9] Алла һеҙҙе хөкөм итмәһен өсөн, бер-берегеҙгә зарланмағыҙ, имандаштар: Хөкөмдар инде ишек төбөндә тора.
[10] Имандаштар, Раббы исеменән һөйләгән пәйғәмбәрҙәрҙең ғазаптарынан һәм сабырлығынан үрнәк алығыҙ.
[11] Түҙемлек кисергәндәрҙе беҙ бәхетле тип атайбыҙ. Һеҙ Әйүптең түҙемлеге тураһында ишеттегеҙ, аҙаҡ Раббының уға ҡылған яҡшылығын күрҙегеҙ, сөнки Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле.
[12] Әммә, имандаштарым, бөтәһенән бигерәк, күк менән дә, ер менән дә, бүтән берәй нәмә менән дә ант итмәгеҙ. Алла хөкөмөнә юлыҡмаҫ өсөн, һеҙҙең «Эйе» тигәнегеҙ «Эйе», «Юҡ» тигәнегеҙ «Юҡ» булһын.
[13] Арағыҙҙа кемдер ғазап сигә икән, доға ҡылһын. Кемдеңдер рухы күтәренке булһа, Аллаға маҡтау йыры йырлаһын.
[14] Арағыҙҙа кемдер ауырыһа, шул имандаштар берҙәмлеге өлкәндәрен саҡырһын һәм улар, Раббы исеме менән, уға зәйтүн майы һөртөп, уның өсөн доға ҡылһын.
[15] Иман менән ҡылынған доға ауырыуҙы һауыҡтырыр, һәм Раббы уны аяҡҡа баҫтырыр. Әгәр ҙә ул гонаһ ҡылған булһа, Алла уны кисерер.
[16] Шулай итеп, һауығыу өсөн бер-берегеҙ алдында гонаһтарығыҙҙы танмай әйтеп бирегеҙ һәм бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Тәҡүә кешенең доғаһы көслө, ул күпте эшләргә һәләтле.
[17] Ильяс беҙҙең кеүек үк кеше булған. Ямғыр яумауын теләп, ул тырышып доға ҡылған, һәм ергә өс йыл ярым ямғыр яумаған.
[18] Аҙаҡ ул тағы доға ҡылған, һәм күк ямғыр ебәргән, ер үҙенең емештәрен үҫтергән.
[19] Имандаштарым, әгәр арағыҙҙан берегеҙ хәҡиҡәттән тайшанып, икенсегеҙ уны хәҡиҡәткә кире ҡайтарһа,
[20] ул шуны белһен: гонаһлыны ялған юлдан кире ҡайтарыусы был гонаһлының йәнен үлемдән ҡотҡарыр һәм күп гонаһтарын кисерер.