Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 4:29

[1] Тағы шуны әйтәм: вариҫ сабый сағында бөтөн нәмәнең хужаһы булһа ла, ҡолдан бер ни менән дә айырылмай.

[2] Атаһы билдәләгән ваҡытҡа тиклем ул тәрбиәселәренә һәм йорт идарасыларына буйһона.

[3] Шуның кеүек, беҙ ҙә бала саҡта донъя менән идара итеүсе көстәр ҡоллоғонда инек.

[4] Әммә, билдәләнгән ваҡыт еткәс, Алла беҙгә Үҙенең Улын ебәрҙе, Ул иһә ҡатын-ҡыҙҙан тыуған һәм ҡанунға буйһонған.

[5] Ул ҡанун аҫтындағыларҙы ҡанундан йолоп алып, Алла балалары итеү өсөн килде.

[6] Ә һеҙ Уның балалары булғанға, Алла Үҙ Улының «Абба, Атам!» – тип саҡырыусы Рухын йөрәктәрегеҙгә ебәрҙе.

[7] Шуға күрә һин инде ҡол түгел, ә Алла балаһы. Уның балаһы булараҡ, Алла һине вариҫы итеп тә билдәләне.

[8] Элек һеҙ, Алланы белмәгән саҡта, Алла тип, асылда, ялған илаһтарҙың ҡоло инеғеҙ.

[9] Хәҙер инде, Алланы танып белгәс, дөрөҫөрәге, Алла тарафынан танылыу алғас, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ көстәргә кире ҡайтып, ни өсөн уларҙың ҡоло булырға теләйһегеҙ?

[10] Һеҙ билдәле көндәргә, айҙарға, йылдарға һәм башҡа ваҡыт бүленештәренә әһәмиәт бирәһегеҙ.

[11] Һеҙҙең өсөн һалған хеҙмәтем бушҡа ғына булманымы икән, тип борсолам.

[12] Имандаштар, үтенеп һорайым, минең кеүек булығыҙ, сөнки мин дә һеҙҙең кеүек булдым. Һеҙ мине бер ни менән дә үпкәләтмәнегеҙ.

[13] Ауырып китеүем сәбәпле һеҙҙә туҡталып, Һөйөнөслө Хәбәрҙе беренсе тапҡыр һеҙгә вәғәзләүемде беләһегеҙ.

[14] Ауырыуым һеҙҙең өсөн һынау булһа ла, мине кире ҡаҡманығыҙ, вәғәздәремде һанға һуҡмай торманығыҙ, ә Алла фәрештәһен ҡабул иткәндәй, хатта Ғайса Мәсихтең Үҙен ҡабул иткәндәй ҡаршыланығыҙ.

[15] Ул саҡтағы ҡыуанысығыҙ ҡайҙа булды һуң? Һеҙгә әйтәм, һеҙ бит хатта үҙ күҙҙәрегеҙҙе һурып алып, миңә бирергә әҙер инегеҙ.

[16] Һеҙгә хәҡиҡәт асҡаным өсөн дошманығыҙға әйләндемме әллә?

[17] Ҡанунға буйһоноп йәшәүегеҙҙе теләүселәр һеҙҙең турала ҡайғырталар, әммә яҡшы ниәт менән түгел, улар һеҙҙе минән айырып алып, үҙҙәре тураһында хәстәрлек күреүегеҙҙе теләйҙәр.

[18] Яҡшы ниәт менән хәстәрлек күреү һәйбәт, тик мин янығыҙҙа булғанда ғына түгел, ә һәр ваҡыт шулай булһын ине.

[19] Балаларым, һеҙҙең тормошоғоҙҙа Мәсих сағыла башлағанға тиклем, һеҙҙең өсөн йәнә тулғаҡ ғазаптары кисерәм.

[20] Әле янығыҙҙа булырға һәм башҡасараҡ һөйләргә теләр инем, сөнки мин һеҙҙең хаҡта ишетеп, аптырауҙа ҡалдым.

[21] Ҡанунға буйһонорға теләүселәр, әйтегеҙ әле, һеҙ ҡанун һүҙҙәрен тыңламайһығыҙмы әллә?

[22] Унда: «Ибраһимдың ике улы булған, уларҙың береһе ҡолдан, икенсеһе ирекле ҡатындан тыуған», – тип яҙылған.

[23] Әммә ҡолдан тыуғаны тәбиғи рәүештә донъяға килһә, ирекле ҡатындан Алла вәғәҙәһе буйынса тыуған.

[24] Бында шундай кинәйә бар: был ҡатындар ике килешеүҙе сағылдыра. Береһе Синай тауынан булып, ҡолдар тыуҙыра, ул – Хәжәр.

[25] Хәжәр Ғәрәбстандағы Синай тауын аңлата һәм хәҙерге Иерусалимға тап килә, сөнки хәҙерге Иерусалим үҙ балалары менән ҡоллоҡта.

[26] Ә күктәге Иерусалим ирекле, ул беҙҙең әсәбеҙ.

[27] Изге Яҙмала былай тип яҙылған: «Балаға уҙа алмаған, бала тапмаған ҡатын, һөйөн! Бер ҡасан да бала табыу ғазаптарын кисермәгән ҡатын, ҡыуанып ҡысҡыр, сөнки ире ташлаған ҡатындың балалары ире булғаныныҡына ҡарағанда күберәк».

[28] Һеҙ иһә, имандаштар, Исхаҡ кеүек, вәғәҙә буйынса тыуған балалар.

[29] Әммә тәбиғи рәүештә донъяға килгәне теге ваҡытта Рух аша тыуғанды нисек эҙәрлекләгән булһа, хәҙер ҙә шулай.

[30] Изге Яҙмала нимә тип әйтелгән һуң? «Ҡол ҡатынды һәм уның улын ҡыуып сығар, сөнки ҡол ҡатындың улы бер ҡасан да ирекле ҡатындың улы менән бергә вариҫ булмаясаҡ».

[31] Беҙ иһә, имандаштар, ҡол ҡатындың балалары түгел, ә ирекле ҡатын балалары.

Галаттарға — Chapters