Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 3:31

[1] Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе һәм илсеһе Симон Петрҙан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иман ҡабул иткәндәргә:

[2] Алланы һәм Раббыбыҙ Ғайсаны танып белеү аша һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек мул итеп бирелһен!

[3] Үҙенең данына һәм камиллығына саҡырған Алланы танып белеүебеҙ аша Ғайсаның илаһи ҡөҙрәте беҙгә йәшәү һәм Аллаға ихлас табыныу өсөн кәрәк булған бөтә нәмәне бүләк итте.

[4] Былар арҡылы, был донъя теләктәренә бәйле боҙоҡлоҡтан ҡасып, илаһи тәбиғилеккә ҡатнашығыҙ булһын өсөн, Ул беҙгә иң ҡиммәтле, иң бөйөк вәғәҙәләрен бирҙе.

[5] Шул сәбәпле, иманығыҙға изгелек өҫтәү өсөн, бар көсөгөҙҙө һалығыҙ. Изгелеккә белемегеҙҙе өҫтәгеҙ,

[6] белемгә – тотанаҡлыҡ, тотанаҡлыҡҡа – сабырлыҡ, сабырлыҡҡа – Аллаға ихлас табыныу,

[7] Аллаға ихлас табыныуға – туғандарса яратыу, туғандарса яратыуға мөхәббәт өҫтәгеҙ.

[8] Әгәр ҙә һеҙ ошо һыҙаттарға эйә булһағыҙ һәм улар арта барһа, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте танып белеүегеҙ файҙаһыҙ һәм емешһеҙ ҡалмаҫ.

[9] Ә инде кем уларға эйә түгел, шул алыҫтан насар күргән һуҡыр һәм үҙенең элекке гонаһтарынан таҙарыныуын онотҡан кеше.

[10] Шуға күрә, имандаштар, Алла тарафынан саҡырылған һәм һайланған булыуығыҙҙы нығытырға тырышығыҙ. Шулай итһәгеҙ, бер ваҡытта ла абынмаҫһығыҙ,

[11] Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәңгелек Батшалығына ҙур теләк менән ҡабул ителерһегеҙ.

[12] Шул сәбәптән, һеҙ быларҙы белһәгеҙ һәм ҡабул иткән хәҡиҡәттә ныҡ торһағыҙ ҙа, мин улар тураһында һәр ваҡыт хәтерегеҙгә төшөрәсәкмен.

[13] Әлегә, ерҙә йәшәгән сағымда, хәтерегеҙҙе яңыртып тороуҙы бурысым тип һанайым.

[14] Беләм, тиҙҙән, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих миңә әйткәнсә, был донъянан китергә тура киләсәк бит.

[15] Шуға күрә, мин арағыҙҙан киткәс тә, быларҙы һәр ваҡыт иҫкә алырһығыҙ, тип тырышам.

[16] Беҙ һеҙгә Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең ҡөҙрәте һәм Уның килеүе тураһындағы оҫта ғына уйлап сығарылған хикәйәттәргә эйәреп түгел, ә Уның бөйөклөгөн үҙ күҙҙәре менән күргән кеше булараҡ һөйләнек.

[17] Уға данлы бөйөк Алланан: «Был Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым», – тигән ауаз килгәндә, Ғайса Атабыҙ Алла тарафынан хөрмәт алды һәм Үҙен дан балҡышында күрһәтте.

[18] Ғайса менән изге тауҙа булған саҡта, күктән килгән был ауазды үҙебеҙ ишеттек.

[19] Шуға күрә беҙ пәйғәмбәрҙәр һөйләгән һүҙҙәрҙең ышаныслы булыуына тағы ла нығыраҡ инанабыҙ. Әгәр уға иғтибар бирһәгеҙ, дөрөҫ эшләйһегеҙ. Был һүҙ көн тыуып, Мәсих – таң йондоҙо – йөрәктәребеҙҙә ҡалҡҡансы, төндә яҡтыртҡан шәм-сыраҡ кеүек.

[20] Иң элек шуны белегеҙ: Изге Яҙмалағы бер генә пәйғәмбәрлек тә пәйғәмбәрҙең үҙенең уй-фекерләүенән килмәй.

[21] Сөнки пәйғәмбәрлек һүҙе бер ҡасан да кеше ихтыяры менән әйтелмәне, кешеләр Алланан килгән хәбәрҙе Изге Рухтан рухланып һөйләне.

2 Петр — Chapters