Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 2:12

[1] Берҙәмлектең өлкәненән – Алла тарафынан һайлап алынған ханымға һәм уның балаларына. Мин һеҙҙе ысын күңелдән яратам. Мин генә түгел, хәҡиҡәтте таныусыларҙың бөтөнөһө лә һеҙҙе ярата.

[2] Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, сөнки беҙҙә – хәҡиҡәт һәм ул мәңге беҙҙең менән буласаҡ.

[3] Атабыҙ Алланан һәм Атаның Улы Ғайса Мәсихтән бирелгән мәрхәмәт, шәфҡәт һәм именлек беҙҙең менән хәҡиҡәттә һәм мөхәббәттә булһын.

[4] Һинең балаларың араһында беҙ Атанан ҡабул иткән әмер буйынса хәҡиҡәттә йәшәүселәрҙе тапҡаныма бик ҡыуандым.

[5] Хәҙер, ханым, мин һиңә яңы әмер түгел, ә баштан уҡ беҙ ҡабул иткән әмерҙе яҙам һәм үтенәм: бер-беребеҙҙе яратайыҡ.

[6] Мөхәббәт ул Алланың әмерҙәре буйынса йәшәү. Һеҙ баштан уҡ ишеткән әмер ана шул, һәм һеҙ шуның буйынса йәшәргә тейеш.

[7] Ғайса Мәсихтең ысын кеше булараҡ килеүен инҡар иткән күп ялғансылар донъяға сыҡты. Ундайҙар – ялғансы һәм Мәсихтең дошмандары.

[8] Нимә хаҡына хеҙмәт иткәнебеҙҙе юғалтмаҫ, ә әжерегеҙҙе тулыһынса алыр өсөн, һаҡ булығыҙ.

[9] Кем Мәсих тәғлимәтен тотмай һәм уның сигенән уҙа, унда Алла юҡ. Мәсих тәғлимәтенә тоғро кеше иһә Ата менән дә, Уның Улы менән дә берҙәм йәшәй.

[10] Әгәр ҙә һеҙгә берәү килһә, ләкин был тәғлимәтте алып килмәһә, ул кешене өйөгөҙҙә ҡабул итмәгеҙ һәм уны сәләмләмәгеҙ.

[11] Сәләмләгән кеше уның яуыз эштәренә ҡушыла.

[12] Һеҙгә яҙа торған һүҙҙәрем күп, әммә ҡағыҙ һәм ҡараға мөрәжәғәт итергә теләмәйем. Ә ҡыуанысыбыҙ тулы булһын өсөн, янығыҙға барып, һеҙҙең үҙегеҙ менән һөйләшергә өмөтләнәм.

[13] Алла тарафынан һайланған ҡыҙ туғаныңдың балалары һине сәләмләйҙәр.